Был бик мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттә бөгөнгө көнгә тиклем Сайма Сәлимхан ҡыҙы Хужина (һүрәттә) эшләй. Хеҙмәт юлын ул туҡланыу гигиенаһы буйынса табип ярҙамсыһы булып башлай. Һуңғы ваҡыттағы үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡарамаҫтан, бөгөн дә ул дәүләт кимәлендәге бурыстарҙы хәл итә, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс менән янаусы ауырыуҙарҙы киҫәтеүгә, асыҡлауға һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән эштәрҙе башҡарып, халыҡтың санитар- эпидемиологик именлеген тәьмин итә. Бөгөн Сайма Сәлимхан ҡыҙы “Бр-ҙағы гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының Дыуан район-ара филиалы белгесе булып тора. Ул барлыҡ хеҙмәттәш ветерандарын йылы, яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Юбилей датаһы уңайы менән, халыҡ именлеге һағында торған хеҙмәт ветерандары ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһенең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.