Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2018, 17:43

НУР ӨЛӘШЕҮСЕ КҮҢЕЛ

Миңһылыу Вәлиулла ҡыҙы Миңләхмәтова алыҫ тажикстан республикаһында донъяға килә. Бөтә ғүмере тиерлек Үрге ҡыйғы ауылында үтә.

Миңһылыу Вәлиулла ҡыҙы Миңләхмәтова алыҫ тажикстан республикаһында донъяға килә. Бөтә ғүмере тиерлек Үрге ҡыйғы ауылында үтә.

“Мин беренсе класҡа уҡырға төшкәндә “Уңыш” колхозы рәйесе булып эшләүсе атайым Вәлиулла Ғиниәтулла улы фронтҡа китте. 45 йәшендә Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк булды ул. Әсәйем Фатима Әхмәтйән ҡыҙы дүрт бала менән тороп ҡалды. Мин мәктәпте тамамлауға, юғары уҡыу йортонда уҡырға ярҙамлашырға вәғәҙә биргән Миңнулла ағайым Германияла хеҙмәтен тултырып ҡайтты. Тик ҡаты ауырыуға дусар булып ҡайтҡанлыҡтан, ағайым вәғәҙәһен үтәй алманы,” – тип һөйләй ветеран, алыҫта ҡалған йәшлегенә әйләнеп ҡайтып. Мәктәпте тамамлау менән уны киске мәктәпкә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп билдәләйҙәр. Дәүләт банкыһының ҡыйғы бүлексәһе директоры Н. Азиатуллин йәш ҡыҙҙың математика фәнен яҡшы үҙләштергәнен белеп, уны эшкә саҡыра, башта ярҙамсы, һуңынан бухгалтер итеп ҡуя. Яуаплы хеҙмәткәрҙе дүрт йылдан һуң район башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыр операция үткәргәндән һуң, 1972 йылда Госстрах учреждениеһына агент булып эшкә урынлаша, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ошонда эшләй. тырыш, кешеләргә ҡарата иғтибарлы хеҙмәткәр ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй. Йорттағы “тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек” хужалыҡ эштәрен яйға һалып, йүгерә-атлай хөкүмәт эшенә китә, хатта кистәрен дә страховкалау эшен дауам итә. Ял һәм байрам көндәрендә лә клиенттары менән осрашырға ваҡыт таба, үҙенең квалификацияһын үҫтереү өҫтөндә эшләй. Уның мөләйем йөҙө, йылы ҡарашы клиенттарында ышаныс тыуҙыра, был үҙ нәүбәтендә социалистик ярыш еңеүсеһе, коммунистик хеҙмәт алдынғыһы булырға ла ярҙам итә. Мотлаҡ һәм ирекле страховкалау пландарын һәр саҡ арттырып үтәй. Шуның өсөн дә уның портреты һәр саҡ почет таҡтаһында була. Үҙенә йөкмәтелгән эште намыҫлы башҡарғаны, районда страховкалау эшен үҫтереүгә күп көс һалғаны өсөн, Миңһылыу Вәлиулла ҡыҙы РСФСР-ҙың Финанс министрлығы, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының үҙәк комитеты, БАССР Финанс министрлығы, профсоюздарҙың өлкә комитеты почет грамоталары һәм “хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. Уңған хужабикә, өлгөлө әсә тормош иптәше менән ҡулға-ҡул тотоношоп 37 йыл татыу ғүмер итә. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше рәмил хатип улы 60 йәшендә гүр эйәһе була. Ошо ауыр юғалтыу минуттарында ҡатындың күңелендә шиғыр ярала. Донъяға кеше ҡыуаныстар менән килә, Тауҙай ҡайғы ҡалдырып юғала. Ерҙә кеше матур ғүмер итә, Ваҡыты еткәс, баҡыйлыҡҡа юллана. “Рәмил хатип улы шиғырҙар яҙа, оҫта итеп һүрәт төшөрә ине. Миңә 56 көн онкология диспансерында ятырға тура килде. Мине дәртләндерер өсөн, телефондан үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡыр ине. Ул юлдар әле лә хәтеремдә: “Һин һәр кемгә йылыңды йомарт өләшәһең, һөйөклөм, оҙаҡ-оҙаҡ мең йәшә,” – тип йөрәк түрендә һаҡланған иң изге хәтирәләре менән уртаҡлашты ветеран Миңһылыу апай. Ул изге күңелле кеше, һәр кемгә йылы һүҙен дә таба белә. Миңһылыу апай тормоштоң бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынып йәшәй, ауылдаштарының уңыштарына ҡыуана, балаларының класташтарының яҙмышы ла уның күҙ уңынан ситтә ҡалмай, байрамдар, тыуған көндәре менән ҡотларға ла онотмай. “Алтын көҙ” клубы президенты Роза Фассалова: “Миңһылыу Вәлиулла ҡыҙы беҙҙең ойошманың иң әүҙем ағзаһы, – тип һөйләй. – Ул беҙгә төрлө яҡлап өлгө булып тора. Беҙҙең дуҫлашыу осоронан алып минең өсөн иң яҡын кешемә әйләнде, ул дуҫым да, апайым да, әсәйем дә һымаҡ. Беҙ уны ысын әсә өлгөһө тип иҫәпләйбеҙ. Кешелекле, хәстәрлекле апай 85 йәшендә лә йортон, баҡсаларын бик матур тота, иң тәмле ҡайнатмалар ҙа уныҡы. Яҡшы сифатлы ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник һәм баҡса еләктәре һәр кемде һоҡландыра. Йәйен ветеран ҡош-ҡорт үрсетә, һуңынан йомарт хужабикә дуҫ-иштәре, туғандары менән бүлешә. Ул бешергән ризыҡтар ашап туйғыһыҙ! Үның кәйефе һәр саҡ күтәренке. Беҙҙең клубтың девизын да ул тәҡдим итте: “Бер маҡсатһыҙ, заяға үтмәһен ғүмер”. Был һүҙҙәр бына 15 йыл дауамында беҙҙең эшебеҙҙә төп ҡанун булып тора”. Кешелекле, мөләйем ҡатындың телефоны һис тынмай, дуҫтары, таныштары шылтырата, ейән- ейәнсәрҙәре иһә һәр саҡ һағынып көтөп торған һөйөклө өләсәйҙәрен килеп күрергә ашыға.

Л. Ибраһимова.
Читайте нас: