Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2018, 16:31

РУЧКАҺЫ, БЛОКНОТЫ ҺӘМ ЭСКЕРҺЕҘ КҮҢЕЛЕ МЕНӘН

Район халҡының йәшәйешен сағылдырып, төрлө хәлдәрҙе яҡтыртып, район гәзите бына 88 йыл инде донъя күрә. Ижади коллективтың нигеҙен ошо эшкә йөрәк йылыһын һалып, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған кешеләр тәшкил итә. Наил Нәғим улы Тәүәбилов ”Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитендә 34 йыл хеҙмәт итә.

Район халҡының йәшәйешен сағылдырып, төрлө хәлдәрҙе яҡтыртып, район гәзите бына 88 йыл инде донъя күрә. Ижади коллективтың нигеҙен ошо эшкә йөрәк йылыһын һалып, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған кешеләр тәшкил итә. Наил Нәғим улы Тәүәбилов ”Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитендә 34 йыл хеҙмәт итә.

Ул иркен яландар, сихри урмандар менән уратып алынған Әбдрәзәк ауылында тыуып үҫкән. Был хозур тәбиғәт уға ижади байлыҡ, тирә-яҡтағы матурлыҡты аңлау һәләтен да бүләк иткән. Уның атаһы Нәғим Ғилметдин улы, милиция капитаны, Арыҫлан ауыл Советы тер- риторияһында тәртип һаҡлау эшен башҡара, һуңынан Ләүзә ауылына күсерелә. Наил алтынсы класҡа тиклем Ләүзә мәктәбендә, Н. Трощицева кеүек талантлы уҡытыусыларҙан белем ала, бигерәк тә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ярата. Һуңынан уҡыуын Үрге Ҡыйғы 1-се һанлы урта мәктәбендә дауам итә. Мәктәпте тамамлағас, ”Ҡыйғы” совхозына тракторсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша, һуңынан МПМК төҙөлөш ойошмаһында балта оҫталары бригадаһында эшләй. 1976 йылда Тымыҡ океан Хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә алына. Радиотехника мәктәбендә һыу аҫты кәмәләре гидроакустикаһы буйынса белгес һөнәрен үҙләштерә, был һөнәр һыу өҫтө караптарында ла бик кәрәкле булып сыға. Башта егет дизель яғыулыҡлы һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Артабан кәмәләргә ҡаршы төрлө ҡоралдар менән тулыландырылған БПК “Петро- павловск” карабын төҙөүҙә һәм Ҡара диңгеҙҙә һынап ҡарауҙа ҡатнаша. Урта диңгеҙгә курс алғанда диверсантттар һөжүме арҡа- һында карап бата яҙа. ”Үткән быуаттың 70-се йылдарында хеҙмәт итеүсе йәш совет моряктарына күп һынауҙар аша үтергә тура килде. Беҙҙең эскадра Атлантик океан киңлектәрендәге күнекмәләрҙә ҡатнашты. Һуңынан, Африка континентын артта ҡалдырып, Һинд океанына юл тоттоҡ. Беҙҙең карап төрлө илдәр: Гвинея, Ангола, Мозамбик, Йемен портында, Маврика утрауында туҡталыш яһаны, командование приказына ярашлы, хәрби бурыс үтәнек. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙендә яңы өйрәтмәләр башланды. Владивосток ҡалаһы портынан демобилизацияландым,” – тип хәтерләй Наил Нәғим улы. I статья старшинаһы өсөн диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү иҫтәлектәре бик ҡәҙерле һәм, гәзит менән хеҙмәттәшлек итә башланғас та, хәрби бурыс, һалдат намыҫы, матростар тормошо тураһында ҙур теләк менән яҙа. “Дембел” дән һуң (хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егеттәр шулай әйтергә ярата) Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1984 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Ҡыйғы районы гәзите редакцияһында эшләй. “Редакцияла хәбәрсе булып эшләй башлаған беренсе көнөм әле лә хәтеремдә. Баш мөхәррир Р. Әһлиуллин миңә ручка һәм блокнот һуҙып: “Ленин колхозының картуф баҫыуына бар, эш барышы тураһында материал килтер,” – тине. Бик тырышып, эштең нисек барыуы тураһында биш биттән торған мәҡәлә яҙып килтерҙем. Ҡулъяҙмамды редакторлағандан һуң бер нисә юл ғына тороп ҡалды. Рәид Хәйбулла улы файҙалы кәңәштәре менән миңә бик ныҡ ярҙам итте. ”Һинең материалыңда өс һорауға яуап булырға тейеш: Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” – тип ҡабатларға яратты мөхәррир,” – тип һөйләй минең хеҙмәттәшем. Шул көндәрҙән алып Н. Тәүәбиловтың ижади эше башланып китә: бер нисә юл яҙыу өсөн дә хәбәрсегә йыйылыштарҙа, районда уҙғарылған төрлө сараларҙа, халыҡ менән осрашыуҙарҙа бик күп ваҡыт уҙғарырға тура килә. Ул былай тип хәтерләй: “Беренсе йылдарҙа ҡыйыныраҡ булды, иҫке генә машина ватылып та ҡуя ине. Беҙгә ҡайһы саҡта ҡуна ҡалырға ла тура килде. Әммә ауырлыҡтар беҙҙе ҡурҡытманы. Йәнәшемдә һәр саҡ иң яҡын кәңәшселәрем, ҡәләмдәштәрем булды: А. Бондаренко (үкенескә ҡаршы, хәҙер мәрхүм), Х. Таһиров, М. Аллаяров, М. Сабирйәнов, Р. Сабирйәнов һәм башҡалар, фотографтар Д. Ғирфанов (хәҙер мәрхүм) һәм Р. Хәлиуллиндар”. Йәш, энергиялы егетте комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап ҡуялар. Ул саҡта йәштәр әүҙем була, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып, гәзиткә күп материалдар бирә. Ун йыл буйы гәзиттең яуаплы сәркәтибе Д. Сәхәүетдинованың ярҙамсыһы булараҡ, гәзиттең башҡорт телендәге баҫмаһы өсөн яуап тота. “1996 йылда төньяҡ-көнсығыш райондарында беренселәрҙән булып офсет ысулы менән баҫыуға күстек, беренсе “Макинтош” компьютерҙары ла беҙҙең редакцияға алынды,” – тип хәтерләй Наил Нәғим улы. Журналистың эше бик яуаплы, яңы мәғлүмәтте ваҡытында баҫтырып сығарырға ашығырға кәрәк, шулай булмағанда актуаллеге юғала, уҡыусы өсөн ҡыҙығы ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта ижад кешеһе төрлө өлкәләрҙә бай мәғлүмәткә эйә булырға тейеш. Наил Нәғим улы беренселәрҙән булып эш урынына килә һәм материалдарын тиҙ генә әҙерләй һалып, баҫмаға тапшыра. Уның яратҡан жанры, әлбиттә, репортаж: механизаторҙар тырышып эшләгән яландарҙан, малсылык продукциялары етеш- терелгән фермаларҙан, төҙөлөш объекттарынан, ҡыҫҡаһы, ҡайҙа эш ҡайнай, шунан. Ветерандар тураһында ла яҙырға ярата. Ил алдында һалдат бурыстарын үтәгән дуҫтары күп уның. Хәбәрсе “Ҡыйғылар хеҙмәт итә”, “Крәҫтиән эштәре” һ. б. рубрикаларын алып бара. Наил Нәғим улы һәр әңгәмәсеһе менән бик тиҙ бәйләнешкә инә, уртаҡ тел таба, сөнки булмышы менән ул үтә ябай, йомшаҡ һәм асыҡ күңелле, кешелекле, шулай булмаһа, яҡшы мәҡәләләр ҙә яҙылмаҫ ине. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Н. Тәүәбилов район хакимиәтенең, БР Матбуғат һәм киң коммуникациялар министр- лығының, БР-ҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты почет грамоталары, БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Нигеҙҙә Н. Тәүәбиловтың материалдары ярҙамында (әйткәндәй, йыш ҡына ул Н. Нәғимов псевдонимы аҫтында ла яҙа) 2015 йылда “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите “Ауыл хужалығы темаһын иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн” Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дип- ломына лайыҡ булды. Гәзитебеҙҙең ижади хеҙ- мәткәре йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, предприятиела хеҙмәтте һаҡлау буйынса яуаплы хеҙмәткәр булып тора. Баш мөхәррир Г. Ғәлиуллина уны хөрмәт итә һәм хеҙмәтен юғары баһалай, шуға ла яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыра. Н. Тәүәбилов тормош иптәше Нурзидә Мансур ҡыҙы менән аҡыллы, тәртипле ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Илнур Ямал-Ненец автономиялы округында нефть тармағында эшләй, Айнур Өфө ҡалаһында МЧС системаһында хеҙмәт итә, Рәсәйҙең янғын һүндереү- ҡулланма спорт төрө буйынса спорт мастеры булып тора. Наил Нәғим улы Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе оло йәштәге әсәһе Фәүзиә Ҡәниф ҡыҙына, Первомайский ауылында йәшәү- се ҡәйнәһе Вәҙиғә Ҡыям ҡыҙына һәр ваҡыт ярҙам итергә ашыға.
Л. Саҙретдинова
Читайте нас: