Бөтә Союз студенттар төҙөлөш отрядындағы ҡабатланмаҫ көндәр тураһындағы иҫтәлектәре менән район архитекторы Р. Вәхитов бүлеште. Руслан Фәнис улы Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө нефть институтының сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө факультетына уҡырға инә. “Өсөнсө курсты тамамлағандан һуң, 15 егет Бөтә Союз студенттар отряды составында Нефтекаманан Ағиҙел ҡалаһына тиклем 40 километр тимер юлы төҙөүгә йүнәлтмә алдыҡ. Рельстар һалып, шпалдар түшәп, ҡуйылған маҡсаттарға таба атланыҡ. 1990 йылдың йәйе бик эҫе булды. Эш ыраһын өсөн, бик иртә тороп, сәғәт етелә төҙөлөш эшенә тотона инек. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған саҡта Ҡарман һыу һаҡлағысына һыу инергә йүгерә инек. Һыуынып алғас, яңынан тимер юлы эшенә тотондоҡ. Студент йәштәр алһыҙ-ялһыҙ эшләне, сөнки билдәләнгән ваҡытҡа объектты тапшырырға кәрәк ине. Бик арый торғайныҡ, әммә йәшлек үҙенекен итте. Кистәрен усаҡ янында йыйылыр инек. Мин ҡулыма гитара алам, дуҫтар йырлай: ”Тимер юлы, еп кеүек һуҙыла, ә ҡайнар йөрәк – ҡайнар булып ҡала”. Шиғырҙар уҡып, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп, иртәгәһе эш көнөнә күңелдәребеҙҙе күтәрә инек. Беҙгә бында практика үтеүсе Бөрө педагогия институты студенттары ла килеп ҡушылды. Улар менән танышып, дуҫлашып киттек. Ошо дуҫлыҡтың емеше булып, ныҡлы студент ғаиләләре барлыҡҡа килде,” – тип һөйләй студенттарҙың төҙөлөш отряды ағзаһы. Юғары уҡыу йортона әйләнеп ҡайткас, студенттар хәрәкәтенә бағышланған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Төҙөлөш отрядында эшләүе бер ни тиклем финанс хәлен яҡшыртырға ла ярҙам итә. Аҡсаһының бер өлөшөн алда буласаҡ туйына һаҡлап ҡалдыра. Дүртенсе курстан һуң Руслан Вәхитов Арыҫлан ауыл биләмәһендә производство практикаһы үтә. ПМК- 964 төҙөлөш бригадаһы составында Сүрбай ауылында ферма төҙөй, Киров исемендәге совхоздың ҡыйыҡ ябыу эшен башҡарыусы эшселәре бригадиры итеп тәғәйенләнә. Уҡыуын тамамлағас, студенттарҙың төҙөлөш отрядында эшләп сыныҡҡан, көс-ҡеүәте ташып торған йәш белгес, райондың үҫешенә үҙ көсөн һалыу өсөн, тыуған яғына ҡайта. Бөгөнгө көндә Руслан Фәнис улына бик яуаплы тармаҡ – райондың архитектураһы тапшырылған. Үҙенә йөкмәтелгән эште уңышлы башҡара, районды төҙөкләндереү буйынса Генераль планды тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.
Л. Саҙретдинова. Фото ғаилә альбомынан.