Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2018, 14:59

“Блокада икмәге”

Ленинград блокадаһын тулыһынса бөтөрөү көнөндә Ләүзә урта мәктәбендә балаларға блокада паегы – 125 грамлыҡ икмәк киҫәктәре таратып бирҙеләр. Сараны 8-се класс етәксеһе А. Фәтихова һәм уҡыусылары А. Бачурина, Н. Сизова, Л. Зарипова, Д. Буровалар ойошторҙо.

Балаларға таратылған икмәк заманса технологиялар буйынса урындағы пекарняла бешерелгәйне. Беҙ Ленинград блокадаһы технологияһы буйынса бешерелгән икмәккә заказ бирмәнек, сөнки ул икмәк составына целлюлоза, бысҡы онтағы, ҡарағай ҡайырыһы һ.б. ингән булған. Беҙ “һуғыш икмәге”н бер кемдең дә татымауын теләйбеҙ. Акция көнөндә Ленинград блокадаһы ҡорбандарын тынлыҡ минуты менән иҫкә алдыҡ. Ленинград ҡалаһы 1941 йылдың 8 сентябрендә ҡамауҙа ҡала һәм 1944 йылдың 27 ғинуарында ғына азат ителә. Аҙыҡ-түлек етешмәгән ҡалала “икмәк карточкалары” ғәмәлгә индерелә. Ҡала халҡы бындай карточкаларҙы 1941 йылдың 18 июленән башлап ала. Мәҫәлән, башта эшселәргә 800 грамм икмәк тейеш була. Әммә, норма түбәнәйтелгәс, 1941 йылдың декабренә эшселәргә максималь норма 200 грамм, башҡалар өсөн 125 грамм тәшкил итә.
Л. Козлова
Читайте нас: