21 февралдә Арҫлан урта мәктәбендә. Халыҡ-ара туган тел көнөнә арналған кисә үтте .
Арҫлан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йомағужина Мәрйәм һәм Арҫлан ауылы китапханасыһы Сәләхова Зөлфиә менән берлектә “Доньяла иң-иң матур тел ,ул минең туған телем” исемле кисә уткәрелде.
Туған тел-ул бөтә яҙыусыларҙы ла,мәғариф ,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ,шул уҡ ваҡытта республикала йәшәусе бөтә халыҡтарҙы ла борсоған мәсьәлә. Сөнки туған телдең яҙмышы – ул халыҡ яҙмышы. Халыҡ бар икен – уның теле бар, теле бар икен – халҡы бар. Киселә туган тел тураһында шиғырҙар, мәкәлдәр,йырҙар яңғыраны һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәре башҡарылды.
Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ, һәр кем уны һаҡларға. Өйрәнергә бурыслы икәнен һәр кем күңеленә һендерҙе.