Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2018, 11:57

УЙЛАНЫРҒА МӘЖБҮР ИТЕҮСЕ СПЕКТАКЛЬ

Дүшәмбикә ауылы мәҙәниәт йортонда Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры артистары сығыш яһаны. “Китмәгеҙ, торналар!” спектакле аншлаг менән үтте – зал тамашасылар менән шығырым тулы ине.

Дүшәмбикә ауылы мәҙәниәт йортонда Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры артистары сығыш яһаны. “Китмәгеҙ, торналар!” спектакле аншлаг менән үтте – зал тамашасылар менән шығырым тулы ине.

Барлыҡ үҙешмәкәр артистар ҙа үҙ ролдәрен бик талантлы башҡара. Беҙгә айырыуса Р. Ҡыямова башҡарыуында Бибизада образы оҡшаны. Төп геройҙар – Әлмөхәмәт менән Сәриәнең яҙмыштарын беҙ күҙ йәштәре аша күҙәттек, ролдәрҙе бик оҫта итеп Р. Ҡазиханов менән Э. Теләүғолова башҡарҙы. Театрҙың иң йәш артисткаһы Л. Мөхәмәтдинова шулай уҡ һәләтле уйнауы менән һоҡландырҙы. Һәм, әлбиттә, сәхнәлә беренсе йыл ғына уйнамаған үҙешмәкәр артистар Р. Ғәлимова, М. Кирханов, Р. Хәсәновтар үҙ образдарын бик яҡшы асып һалды. Спектакль ғаилә ҡиммәттәре, йәмғиәтебеҙҙәге рухи-әхлаҡи проблемалар хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Барлыҡ балалар ҙа бәхетле һәм имен ғаиләләрҙә үҫһен ине, тигән уй йөрәкте телеп үтә. БР-ҙа иғлан ителгән Ғаилә йылында был спектакль айырыуса актуаль булып тора. Беҙ режиссер А. Фәтҡуллина етәкселегендәге театр коллективына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ һәм тағы ла килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.
З. Сабирова, Дүшәмбикә ауыл китапханаһы әйҙәүсе китапханасыһы
Читайте нас: