Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2018, 16:23

ПАТРИОТИЗМ ҺӘМ ОҪТАЛЫҠ МӘКТӘБЕ

Армияға, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү ирекле йәмғиәте – ДОСААФ бүлексәһе һәр ваҡыт Ҡораллы Көстәр һәм халыҡ хужалығы өсөн юғары класлы белгестәр әҙерләүҙе үҙенең төп бурысы итеп ҡараны. Учреждениеның исеме, ойоштороу формаһы алмашынып торҙо, ләкин хеҙмәткәрҙәрҙең эш сифаты һәр саҡ юғары булды.

Армияға, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү ирекле йәмғиәте – ДОСААФ бүлексәһе һәр ваҡыт Ҡораллы Көстәр һәм халыҡ хужалығы өсөн юғары класлы белгестәр әҙерләүҙе үҙенең төп бурысы итеп ҡараны. Учреждениеның исеме, ойоштороу формаһы алмашынып торҙо, ләкин хеҙмәткәрҙәрҙең эш сифаты һәр саҡ юғары булды.

– Армия хеҙмәте теләһә ниндәй ир-егет тормошонда мотлаҡ һәм мөһим этап булып тора. Армияла водитель һөнәре, ғәҙәти тормошта кеүек үк, бик кәрәкле. Беҙгә йыл һайын ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһе етәкселеге тарафынан Рәсәй Ҡораллы Көстәре өсөн водителдәр, техник һөнәр водителдәре әҙерләү планы бирелә. Был пландарҙы йыл һайын 100 процентҡа үтәп сығабыҙ, – тип һөйләй йәмғиәт рәйесе В. Фәхретдинов. – Армияға китәсәк егеттәрҙең төп өлөшө беҙҙең мәктәптә “С” категориялы водитель һөнәрен ала, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре менән таныша, физик яҡтан сыныға. Автомобиль ғәскәрҙәрендә водитель – төп фигура, ул яугирҙәрҙе дислокация урынына иҫән-һау алып барып еткерергә, шул уҡ ваҡытта үҙе теләһә ниндәй минутта ҡулына ҡорал алырға әҙер булырға тейеш. Шуға ла призывҡа тиклемге әҙерлек этабында уҡ курсанттың хәрби хеҙмәттең ни тиклем ҡатмарлы булыуын аңлауы, кәрәкле күнекмәләрҙе үҙләштереүе мөһим. Беҙҙең тир бер ҡасан да буш тормай. ДОСААФ-ҡа нигеҙ һалыусы Р. Ахуновтың иҫтә- легенә саңғы ярышы үткәреү яҡшы традицияға әүерелде. Традиция буйынса районда “Призывниктар көнө” үткәрелә килә. Унда ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре һәм курсанттары әүҙем ҡатнаша. Был осраҡлы түгел, сөнки буласаҡ яугирҙәрҙең күпселеге нәҡ ошо автомәктәптә әҙерлек үтә. Бынан тыш, йәштәргә хәрби- патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә, йәштәр бүлеге, хәрби комиссариат менән берлектә мәктәптәрҙә Батырлыҡ дәрестәре, әңгәмәләр, викториналар, уйындар үткәрелә. ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе районда уҙғарылған төрлө спорт сараларына спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә. Ойошманың төп бурысы – курсанттарҙы сифатлы уҡытыу. Бының өсөн юғары квалификациялы уҡытыусылар һәм мастерҙар коллективы тупланған. Уларҙың күбеһе ҙур эш стажына эйә: уҡытыусы А. Кәлимуллин, инструкторҙар М. Зәйнетдинов, Ф. Ғайсин, белгес-делопроизводитель Ф. Ғәйфуллина, бухгалтер Р. Талипова. ДОСААФ-тың район ойошмаһын бына алтынсы йыл инде Вячеслав Әхмәҙулла улы Фәхретдинов етәкләй. 2014– 2015 йылдарҙа автомәктәп республикала иң яҡшыһы тип танылған, 2016–2017 йылдарҙа 52 автомәктәп һәм урындағы бүлексә араһында иң яҡшы бишәү араһына ингән. Бында водитель һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Бөгөн ДОСААФ-тың район бүлексәһе “А”, “В”, “С”, “Д” һәм “Е” категориялы водителдәр әҙерләй, ҡайтанан уҡытыуҙы бойомға ашыра. Мәктәп курсанттарының 80 проценты ЮХХДИ-ла имтиханды беренсе тапҡырҙан уңышлы тапшыра. Матди базаны байытыу һәм камиллаштырыу, уҡыу процесында заманса техноло- гияларҙы ҡулланыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. ДОСААФ- тың автомәктәбендә уҡыу кластары бар, уларҙың бөтәһе лә кәрәкле матди база һәм заманса техник саралар менән йыһазландырылған. Уҡыу процесында автомобиль макеты актив ҡулланыла, уның барлыҡ деталдәре лә үтә күренмәле материалдан эшләнгән, был двигатель, агрегаттар һәм узелдар эшен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Автодром барлыҡ кәрәкле элементтар менән йыһазлан- дырылған һәм автомобилгә идара итеү буйынса күнекмәләрҙе сифатлы һәм тулы күләмдә башҡарырға мөмкинлек бирә. Автопарк тейешле кимәлдә. Бөгөн унда 7 еңел автомобиль, шул иҫәптән иномаркалар бар. Уларҙан тыш, “Урал-43.20”, “КамАЗ-43.10”, “КаВЗ” автобусы, тағылма менән “ЗИЛ-130” сафта. Булған бөтә техника төҙөк. Әлеге ваҡытта ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе ышаныслы эшләй. Ул артабан да РФ Ҡораллы Көстәре һәм халыҡ хужалығы өсөн водителдәрҙе юғары кимәлдә әҙерләр, тигән ышаныс бар.
Н. Тәүәбилов. Автор фотоһы.
Читайте нас: