Күптән түгел ошондай шатлыҡлы хәбәр Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Лидиә Юпитер ҡыҙы һәм Одерт Рәиф улы Сабировтарға килде. Уларҙың улы Ришат 2-се урта мәктәпте тамамлағас, армияға тиклем Өфө автотранспорт колледжына уҡырға инә. Рәсәй Армияһы сафына саҡырылып, Байкал арты крайы Чита ҡалаһында хеҙмәт итә. “Һеҙҙең улығыҙ Ришат 98603-сө ғәскәри часта хеҙмәт итеү дауамында үҙен бары тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте, тип хәбәр итәбеҙ. Дисциплиналы, хеҙмәт йөкләмәләрен һәм хәрби бурысын үтәүгә һәр саҡ намыҫ менән ҡараны, – тип яҙа командирҙар. – Хәрби хеҙмәт ауырлыҡтарын сыҙам үткәрҙе, дуҫлыҡ һәм ғәскәри иптәштәре баһаһын белде. Һәр саҡ ыҫпай, йыйнаҡ. Үҙенең тырыш хеҙмәте менән Ришат коллективта хаҡлы рәүештә ихтирам яуланы. Батальон командованиеһы, улығыҙға яҡшы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн, һеҙгә тәрән рәхмәт белдерә”. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан һалдат, хәрби бурысын намыҫ менән тамамлап, тыуған йортона әйләнеп ҡайтты. Байрам көнөндә беҙ илдең Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеүсе барлыҡ егеттәргә иҫән-имен хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Н. Нәғимов. Һүрәттә: Р. Сабиров.