Эттәр – тәбиғәттең иҫ китмәле йән эйәләре. Инде нисәмә мең йылдар буйы эттәр кеше менән бергә йәшәй, яҡлай һәм һаҡлай. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ, яралыларҙы ҡотҡарып, медицина хеҙмәтендә эшләй, ил сиген һаҡлай, таможняла, эске эштәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә, көтөү көтөргә, ҡарауылларға ярҙамлаша, һуҡырҙарҙы оҙатып йөрөй һ.б. Уларҙың күп кенә тоҡомдары ғалимдарҙың тоғро ярҙамсылары булып тора, яңы асыштар яһарға булышлыҡ итә. Космосты ла беренселәрҙән булып улар яулай. Улар тураһында әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән, фильмдар төшөрөлгән.
Ижад ителгән, фильмдар төшөрөлгән. Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе йәш ғаилә Римма һәм Вадим Фазыловтарҙың йортонда ала-ҡара йөнлө, киң һалбыр ҡолаҡлы иҫ китмәле матур йән эйәһе йәшәй. Чипа ҡушаматлы спаниель тоҡомло эт улдары Салауат һәм Алмаздың тоғро дуҫы. Уҙған йылдың август айында Чипа уларға биш көсөк бүләк иткән. Көсөктәрҙең холҡона, ҡылыҡтарына ҡарап, малайҙар ҡушамат биргәндәр: Крепыш, Стесняшка, Бублик, Бин-Бин һәм Бим.– Ни өсөн һеҙ нәҡ был тоҡом этен һайланығыҙ? – тип һораным йорт хужаһынан. Миңә яуап итеп, Вадим Илдар улы үҙенең иң яҡын дуҫы тураһында һөйләне: ”Үҙемде белгәндән бирле, беҙҙең йортта һәр ваҡыт эт булды, һәр саҡ бергә уйнаныҡ, үҫә төшкәс, яҡын дуҫтарға әйләндек. Улар һәр саҡ тоғролоғо, ышаныслылығы менән яуап бирҙе. 2000 йылда Вологда ҡалаһында йәшәүсе бабайым бүләк итеп усыма ғына һыйышлы көсөк алып килгәйне. Был һоро һәм аҡлы-ҡаралы төҫтәге иҫ китмәле матур көсөк спаниель тоҡомло ине. Чака, беҙ уға ошо ҡушаматты таҡтыҡ, рәхимле һәм аҡыллы эт булып үҫеп етте. Ғаилә ағзалары араһынан ул ни өсөндөр мине яҡыныраҡ итте, хужаһы итеп күрҙе һәм һәр саҡ командаларымды шатланып үтәне. Минең йәнәштә машинала йөрөргә яратты, һәр саҡ юлды күҙәтеп барҙы. Йортобоҙҙо ҙур хәстәрлек менән ышаныслы һаҡланы. Бер ваҡыт иртәнге биштә мин автомобилемдә Өфө ҡалаһына китергә йыйындым. Чака сыйнап һәм өрөп минең юлыма ятты, бер ваҡытта ла былай ҡыланмай торғайны. Яҡшылыҡ менән килеп сыҡмағас, сылбырынан тотоп икенсе урынға бәйләп ҡуйҙым да, юлға сыҡтым… Кис көнө әйләнеп ҡайтһам, этем бер ҡайҙа ла юҡ. Беҙ уны бик оҙаҡ эҙләнек. Һуңынан, табырға ышаныс ҡалмағас, әйтеүҙәренсә, экстрасенсор һәләттәргә эйә бер ҡатынға мөрәжәғәт иттем. Минең хәлде аңлаған ҡатын: “Дуҫыңды эҙләмә, ул тереләр араһында юҡ. Һин юлға сыҡҡан көндө, һине бәләнән ҡотҡарыр өсөн, ул үҙ ғүмерен биргән,” – тине”. Чакаһын онота алмай, Вадим оҙаҡ ҡайғыра. Ғаиләһе менән үҙ йортона күскәс, ошондай уҡ тоҡомло эт алырға ҡарар итә. Иғлан буйынса Златоуст ҡалаһына юллана һәм инә көсөк Чипаны алып ҡайта. Хәҙер уға өс йәш тулған, балалар, ҡош-ҡорт, йорт хайуандары менән бик татыу. Күршелә генә дуҫы кокер – көрән төҫтәге спаниель йәшәй. ”Спаниелдәр бик һиҙгер, сыҙамлы һәм талымһыҙ. Улар бик аҡыллы, хәтерҙәре лә яҡшы,” – тип һөйләй Фазыловтарҙың күршеһе – Данис Ғафуров.