Түбәнге Ҡыйғы ауылы – тарихҡа бик бай боронғо татар ауылдарының береһе. Ошоға ла был ауыл һәм уның кешеләре миҫалында ерле халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, телен, милли ғөрөфғәҙәттәрен һаҡлау, яҡлау һәм тергеҙеү, бөгөнгө көндө халыҡтар араһында дуҫлыҡ-туғанлыҡ ептәрен нығытыу тураһында байрамда асыҡтан-асыҡ һөйләшеү бик мөһим һәм әһәмиәтле булды. Оло шәхестәребеҙҙең яҡшы эштәре бөгөн киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай. Сараның башында батырҙар монументына сәскәләр һалғандан һәм аяттар уҡығандан һуң, байрам мәктәптең акттар залында дауам итте. Ҡыйғы районы, шулай уҡ Түбәнге Ҡыйғы ауылы тарихын өйрәнеп, бик күп китаптар сығарған яҡташыбыҙ, тарихсы, уҡытыусы Р. Асҡаров үҙенең ҙур булмаған сығышында тарихтың байтаҡ биттәрен асып бирҙе, халҡыбыҙ алдында изге эштәр эшләп ҡалдырған шәхестәргә туҡталды: “Быйылғы май айында үрге һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдарының барлыҡҡа килеүенә 315 йыл туласаҡ. Шул ваҡыт эсендә был төбәктең халҡы, тарих биттәрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырып, ил алдында ниндәй генә бурыстар үтәмәнеләр! Сығыштары менән Түбәнге Ҡыйғы ауылынан сыҡҡан кешеләр Солтан, Майский, Ҡаранай, Ҡарамалы, Игенсе, Париж, Октябрь кеүек ауылдарға нигеҙ һалыуға ҙур өлөш индергәндәр. Түбәнге Ҡыйғылар үҙҙәре лә икенсе тапҡыр ауылдарын 1924 йылда, ҙур янғындан һуң, нигеҙенә тиклем янып күмергә әйләнгән 180 өйҙө яңынан тергеҙергә мәжбүр булалар. Рус-япон һуғышы ҡырҙарында ил алдында тиңдәшһеҙ батырлыҡтар күрһәтәләр һәм Солтанвәли тигән яҡташыбыҙ етәкселегендә Солдатовка ауылына нигеҙ һалына. Хәҙерге көндө ул Солтан ауылы исеме аҫтында йәшәй, сәскә ата, киләсәккә өмөттәр бағлай. Рәсәй азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа түбәнге ҡыйғылар ҙа тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткәндәр, ә инде 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ өсөн башын һалған егеттәребеҙҙе күпләп һанап китеп булыр ине. Ошолар араһында, һис шикһеҙ, беренсе урында 117-се уҡлы полк командиры, гвардия майоры Әғзәм низамовтың исеме тора. Полк 1942 йылдың көҙөндә Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа “Ҡыҙыл Октябрь” заводын һаҡлап, тиңдәшһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Унан һуң яңы тормош өсөн көрәшеүсе, революционер улы, Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советының беренсе рәйесе Тәхәүи Мөхәмәҙиевте, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби летчик, һуғыштан һуң В. Сталиндың шәхси самолетының технигы, Жуковский ҡалаһында космонавтар әҙерләү үҙәгендә хеҙмәт итеүсе данлыҡлы яҡташыбыҙ Мулламөхәмәт Тәхәбиевте һәм ошондай бик күп яҡташтарыбыҙҙы уҡыусылар, йәштәр, бөгөнгө быуын кешеләре онотмаҫҡа, яҡшы белергә, уларҙан үрнәк алырға, улар кеүек батыр йөрәкле, рәсәй дәүләтенең ышаныслы ҡыҙҙары һәм улдары булып үҫергә тейештәр һәм бының шулай буласағына ышанам,” – тине тарихсы. Рәмил Рәхимйән улы бик тә иҫтәлекле, һирәк һаҡланып ҡалған фото һәм открыткаларҙың тарихы, уларҙың эстәлектәре менән дә таныштырып китте. Залдағылар уның сығышын, кинофильм ҡараған кеүек, тын да алмайынса тыңлап ултырҙылар. Шул ваҡыттан һаҡланып ҡалған аттестаттарҙың төп нөхсәләрен күреү залда ултырған уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күренекле яҡташтарыбыҙҙың ауыр йылдарҙа ла, иҫке һалҡын мәктәптәрҙә, кейем, китап- дәфтәрҙәр етешмәгәндә лә, тик “бишле” билдәләренә генә уҡыуҙарына баҫым яһап, “уҡыусылар, һеҙ бындай яҡты, йылы, бөтә шарттары булдырылған мәктәптә тик “бишле”гә генә уҡырға тейешһегеҙ!” – тип һүҙен тамамланы рәмил рәхимйән улы. Эйе, Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбе үҙенең уҡытыу-тәрбиә эштәре менән элек-электән айырылып тора һәм хәҙер ҙә уңыштары менән ҡыуандыра. Бәләкәй генә ауылдан, кескенә мәктәптә татарса уҡып та, бынамын тигән һөнәр эйәләре сыҡҡан: Бр-ҙың атҡаҙанған табибы, СССр-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БДМу-ның хирургия кафедраһы профессоры Ғарипов рим Мөхәррәм улы, математика фәндәре кандидаты, профессор Камалов абрек Закир улы, Ҡырғыҙстан республикаһының мәҙәниәт министры Мусин Йонос Муса улы, тарих фәндәре докторы Мусин Хатмулла Муса улы, партия һәм хөкүмәт эшмәкәре, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Мөхәмәтдинов радил Ҡыям улы, Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әхмәтшин рәшит рәис улы, медицина фәндәре кандидаты, Бр һаулыҡ һаҡлау отличнигы нәжипов рөстәм Данис улы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Саттаров Марат Йосоп улы, Бр-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Йосопова Әлфирә Фәйзерахман ҡыҙы, Бр-ҙың атҡаҙанған, рФ-ның Мәғариф отличнигы Әхйәмова Әлмирә Мәғзәр ҡыҙы, Бр-ҙың Мәғариф отличнигы Хәкимова Зәйтүнә Солтан ҡыҙы, БаССр-ҙың Мәғариф отличнигы Әхмәҙиев Ғәйнулла Хөсәйен улы һәм башҡалар. Ә тантаналы байрамыбыҙ уртаһында тағы ла ошондай данлыҡлы шәхестәрҙе уҡытып тәрбиәләүсе уҡытыусыларҙың береһе, Башҡортостан республикаһы һәм рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан һәм рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре, ике Сорос гранты еңеүсеһе, Бөйөк педагог Сухомлинский миҙалына лайыҡ булған, уҡыусылары Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге бәйгеләрҙә химия буйынса еңеүҙәргә өлгәшкән уҡытыусы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллина ла бар. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Башҡортостан республикаһында халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә беренселәрҙән булып лайыҡ булды. лиза Ҡыям ҡыҙы ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә, үрнәк ғаиләлә тәрбиәләнеп, тырыш, маҡсатлы булып үҫә. Яҡшы уҡыуы уны Бөрө педагогия институтына алып килә, химия-биология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған яҡтарында башлай. Арыҫлан, Абзай мәктәптәрендә ойоштороусы, Түбәнге Ҡыйғы мәктәбендә химия уҡытыусыһы, район мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. 1971 йылдан башлап лиза Ҡыям ҡыҙы Өфө ҡалаһының 27-се, 42-се урта мәктәптәрендә балаларға химия дәрестәренең серҙәрен өйрәтә. Барлыҡ ғүмерен балаларға бағышлай. Уҡытыу эшен тәрбиә менән тигеҙ алып бара. Ул бөгөнгө көндә лә халыҡ араһында йөрөп, тормош дәрестәре бирә. Тыуған ауылы Түбәнге Ҡыйғыла уҙғарылған был ғаилә байрамында ла уны бик көтөп алдылар. Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ Лиза Ҡыям ҡыҙы үҙенең сығышын ҙур тулҡынланыу менән башланы. Тыуған яҡтарынан йыраҡта йәшәһә лә, тыуған ауылы уның һәр саҡ күңелендә булыуы, уның проблемалары менән ҡайнап йәшәүе хаҡында, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә алыуын ҡыуанып һөйләне. Тормошобоҙҙоң бик ауыр сағында ауылдаштары уға ауыл хәстәханаһын тергеҙеүҙә ярҙам итеүҙе һорайҙар. уҡытыусының авторитеты ҙур, һәр юғарылыҡта һүҙе үтеп тора. Яҡташыбыҙ ауылдаштары теләген үтәүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтә һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл дауаханаһы төҙөлөп, эшләй башлай. Ауылдаштары уға бөгөн дә рәхмәтле. Лиза Ҡыям ҡыҙы тыуған яҡтарына булған йылы һағыныу хистәрен ижад иткән шиғырҙары аша ла еткерҙе. В.В. Путиндың ҡулынан дәүләтебеҙҙең юғары баһаһын алыуы тураһында айырыуса ғорурланып һөйләне. Залда ултырыусы балаларға ҡарап ул: “Ҡәҙерле балалар, һеҙгә лә тормошоғоҙҙа ошондай шатлыҡлы минуттарҙы кисереп йәшәргә насип булһын!” – тине. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 99 йәшлек уҡытыусы Һаҙыева Зәйнәп апайҙың микрофон алдына сығып баҫыуы сараның иң кульминацион нөктәһе булғандыр. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлыҡ, тыныс ҡына бәрхәт тауыш, үҙ йәшенә генә килешле тегелгән бөхтә матур кейем Зәйнәп апайҙың халҡыбыҙҙың бик һирәк һәм ҡабатланмаҫ шәхесе икәнен күрһәтеп тора. Залдағылар ҡаршыһына сығып баҫҡас, ултырып һөйләргә тигән тәҡдимде кире ҡағып, микрофон алдында бер дәрес ваҡыты – 45 минут буйына бөгөнгө быуын уҡыусыларына оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Дәрес үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Зәйнәп апай бер генә һүҙ әйтмәһә лә, уның тере килеш ҡаршыбыҙҙа тороп, бөгөнгәсә бына ошондай һаҡлана алыуы залдағылар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур сенсация булған булыр ине. Ә ул бөгөн дә уҡыусылар алдында йәш уҡытыусыларға дәрес үрнәктәре бирер дәрәжәләге дәртле, көслө, ышаныслы булыуы менән һоҡландырҙы. Ысын уҡытыусы 100 йәшкә еткәндә лә бына шулай булырға тейешлекте иҫбатлап бирҙе. Уға хайрандар ҡалмайынса булдыра алманыҡ. Гүйә, ул һуғышты, аслыҡты күрмәгән дә, белмәгән дә, гүйә, ауыр һуғыш йылдарында һалҡын, яғылмаған ташландыҡ биналарҙа ҡулдары өшөп туңған балаларҙы тыны менән өрөп йылытып уҡытмаған да, тиерһең… Ә ошондай ауыр йылдарҙы үтеп, үҙ яҙмышың аша үткәреп, бер быуатҡаса йәшәү өсөн ниндәй көслө рухлы булырға кәрәк! Эйе, Хоҙай уны бәхетенән дә, рәхмәтенән дә ташламаған! Зәйнәп апайҙың һөйләгәндәрен, әлбиттә, күҙ йәштәренән башҡа тыңлап ултырыу мөмкин түгел ине. 100 йәшен тултырып килеүсе был сыҙамлы тарихи шәхесебеҙ менән байрамда ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең сиратҡа теҙелеп иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға теләк белдереүе бик тәбиғи күренеш ине ул минуттарҙа. Байрамға Зәйнәп апай уҡытҡан уҡыусылар ҙа күпләп килгәйне. Зәйнәп апайҙың уҡыусыларынан Алмира Мәзғәр ҡыҙы Әхйәмова, Ваҡиф Таһир улы Таһиров, Ррида Рөстәм ҡыҙы Ғәниевалар һ.б. осрашыуҙы ҙурлап сығыш яһанылар, уңыштары, киләсәккә булған пландары менән уртаҡлаштылар, бүләктәрен тапшырҙылар. Артабан Өфөнән килеүсе ҡунаҡтар араһынан Башҡортостан республикаһы татарҙары Конгресы рәйесе, композитор Алик Харис улы Лоҡманов сығыш яһаны. Ул күп йылдар буйы Башҡортостан мәҙәниәте өлкәһендә эшләү осоронда Ҡыйғы районы кураторы булыуы хаҡында һөйләп үтте. “Умырзая” кеүек халыҡ эстрада төркөмдәре үҫешенә ярҙам итә алыуы шатлыҡтарына туҡталды. Ҡыйғы ере үҙенең татар милләтле шәхестәренә бай булыуы менән Башҡортостанда йәшәүсе бик күп халыҡтарҙы һоҡландыра, был йәһәттән уртаҡ булған рухи байлыҡтарыбыҙ дуҫлыҡ, берҙәмлек ептәрен нығытыуҙа ярҙам итер, тип ышанысын белдерҙе. Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ сәхнәнән үҙенең популяр йырҙарын да йырлап ишеттерҙе, Алик Харис улы алып килгән бүләктәрҙән бер кем дә өлөшһөҙ ҡалманы. Бөтә Донъя татарҙары конгресының Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе Гөлүзә Нуриман ҡыҙы Ғәскәрова үҙенең сығышын залда ултырыусы уҡыусыларға мөрәжәғәтенән башланы, уҡыусылар менән аралашып, уларҙың татар телендә бик матур һөйләшә алыуҙарына инанды. Сәхнәнән уҡыусылар Туҡай шиғырҙарын уҡып, татарса йырлап та ишеттерҙеләр. Түбәнге Ҡыйғы ауылы хакимиәте башлығы Петр Павел улы Руднев ауылдың бөгөнгө уңыштары, киләсәккә пландары тураһында һөйләне, ауылдың проблемаларын сисеүҙә ярҙам итеүсе ауылдаштарына, шул иҫәптән, Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллинаға, республика һәм район етәкселәренә рәхмәттәрен белдерҙе. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Рәис улы Әхмәтшин сығышын ауыл хужалығы алдында торған бурыстар үтәлеше торошонан башлап ебәрҙе. Буш ятҡан ҡырҙарҙа әкренләп игендәр үҫеүе, баҫыуҙарҙың үҙ төҫтәренә әйләнеп ҡайта барыуҙарын шатланып һөйләне. Тырыш хеҙмәттең бер ҡасан да юғалып ҡалмаясағы тураһында белдерҙе. Йәштәрҙе, уҡыусыларҙы тыуған ер ҡәҙерен белергә, тырышып уҡырға, игенсе хеҙмәтенең бөйөклөгөн аңларға саҡырҙы. Килгән ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәләмләп, район мәғариф бүлеге етәксеһе Һаҙыев Илгиз Сәфиулла улы ғаилә байрамын ойоштороусы Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе администрацияһына, уҡыусыларына ҙур рәхмәтен белдерҙе. Ул, яңы бинаға күскәс, Түбәнге Ҡыйғы мәктәбенең уңыштары, уҡытыу-тәрбиә эштәрендәге күрһәткестәре йылдан-йыл арта барыуын һәм бында мәктәп директоры Н. Богданованың һәм педагогик коллективтың тырышлығын айырым билдәләп үтте, киләсәктә уңыштар теләне, бүләктәр тапшырҙы. Яҡташыбыҙ, арыҫлан ауылы ҡыҙы, шағирә, композитор, йырсы Резеда Мөхәмәтйәнованы залдағылар алҡышлап ҡаршы алдылар. Бөтә донъя татарҙары конгресының Ҡыйғы районы бүлеге ағзалары Вәли Саяф улы Заһиров, Вадим Дамил улы Сәйфуллин, ветеран уҡытыусы, Түбәнге Ҡыйғы ауылы имам-хатибы Вәҡиф Таһир улы Таһиров, төньяҡ-көнсығыш райондары ахуны Салауат хәҙрәт һ.б. байрамдың уртаһында булып, залда ултырған уҡыусыларға, киләсәк быуын йәштәргә әйтер теләктәрен еткерә алдылар. Тантаналы осрашыу ваҡытында әйтелеп бөтөлмәгәндәр һуңынан түңәрәк өҫтәл артында дауам ителде. Ғаилә йылына арналған был матур байрамдың Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм яҡташыбыҙ, күренекле шәхес, шағир риза Шәфиҙең 95 йыллыҡ юбилейына тура килеүе лә байрамға үҙенсә бер төҫ бирҙе. Ғ. Туҡайҙың “Туған тел” шиғыры яңғыраны, ғаилә, дуҫлыҡ, шатлыҡ тураһындағы йырҙарҙы сәхнәнән оҫта итеп Мөхөтдинов Илназ, Вәлиәхмәтова Ирина йырлап ишеттерҙе, шиғырҙар уҡылды.