Үҙәк Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ресурс үҙәге һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты өлөшө булараҡ башҡорт филологияһы факултеты нигеҙендә ойошторолдо. Үҙәкте асыу тантанаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов, педагогия университеты проректорҙары һәм уҡытыусылар, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, конференц-элемтә режимында сарала Ҡазан федераль университеты ҡарамағындағы «Әл-Хадара» ғәрәп мәҙәниәт үҙәге директоры, профессор Мөхәммәд Сәлех Әл-Аммари ҡатнашты.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин Үҙәк бөтә ғәрәп теле белгестәре һәм уны үҙ итеүселәр өсөн туған өйгә әйләнер, Үҙәк эшмәкәрлеге перспективалы һәм һөҙөмтәле булыр тигән ышаныс белдереп, уны асыуға өлөш индергән һәм ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтте. Сара модераторы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Дини именлек һәм дини белемде үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты директоры Данийәр Абдрахманов билдәләүенсә, Үҙәк ғәрәп телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә алдынғы педагогик һәм ғилми-методик технологиялар әҙерләү һәм һынау өсөн яҡшы майҙансыҡ буласаҡ. Ә ул, үҙ сиратында, Рәсәй Мәғәриф һәм фән министарлығының федераль программаһы сиктәрендә ислам тарихын һәм мәҙәниәтен төплө белгән белгестәр әҙерләү сифатын камиллаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Үҙәкте йыһазландырыуҙа нәҡ ошо ресурстар ҡулланылған.
«Ғәрәп теле үҙәгенең эшмәкәрлеге өр-яңы ҡорамалдар файҙаланып, студенттарға махсус уҡыу программалары буйынса ғәрәп телен уҡытыуҙы төрлө яҡлы үҫтерергә булышлыҡ итәсәк», — тип билдәләне Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова. Үҙәк асыу тантанаһында сығыш яһаусы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов Үҙәк асыу идеяһын хупланы һәм ислам, педагогия вуздарының ғәрәп теле буйынса белгестәрҙең һөҙөмтәле хеҙмәттәшлегенә әҙер булыуын белдерҙе.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында ғәрәп телен өйрәнеүсе студенттар ҡунаҡтарҙы Ғәрәп теле үҙәге, ғәрәп каллиграфияһы техникаһы, китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, ғәрәп телен өйрәнеүҙә заманса технологиялар файҙаланыу тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта, Үҙәк махсус ғәрәп телен уҡытыу алымдары буйынса дәреслектәр әҙерләү һәм китап сығарыу менән шөғөлләнәсәк.
Шул уҡ көндө республика вуздарынан һәм ғилми учреждениеларҙан ғәрәп теле һәм мәҙәниәте буйынса алдынғы белгестәр ҡатнашлығында «Ғәрәп телен уҡытыуҙа һәм өйрәнеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр» методологик семинары үтте.