Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р. Әхмәтшин йыйылған халыҡты райондың 2017 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары менән таныштырҙы. Шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығы А. Абдуллин башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының территориаль бүлексәһе әйҙәүсе белгес- эксперты А. Емалетдинов ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплектәренә ҡағылышлы яңылыҡтар, сүп-сарҙы айырым йыйыу, башҡарылған хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ике ауылдағы ла халыҡты ағас әҙерләүселәр ҡарамағындағы ауыр йөк ташыу техникаһының юлдарҙы һәм күперҙәрҙе боҙоуы хәүефләндерә. Шулай уҡ медицина ярҙамының сифатлы һәм һәр кем ҡуллана алырлыҡ булыуы тураһында ла һорау күтәрелде. Кандаковка ауылында ФАП-ты ремонтлау, Йосоп мәҙәниәт усағына художество етәксеһе кәрәклеге, малдарҙы теләһә ҡайҙа сығарыу тураһында һ.б. һорауҙар ҡуҙғатылды. Халыҡтың Кандаковка–Мәсәғүт юлын файҙаланыуға индереү тураһында үтенесе хәл ителмәй ҡала. Район хакимиәтенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров әйтеүенсә, был трасса буйлап юғары баҫымлы ике газ торбаһы үтә. Солтан–Кандаковка ауылдары араһындағы юлды асфальтлау мәсьәләһенә килгәндә, был эш башҡарыласаҡ.