Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2018, 12:14

Бөрөлә заманса перинаталь үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Бөрөлә йәшәүсе Вера Цирульникова мөрәжәғәт итте. Ул ҡалала ҙур перинаталь үҙәк төҙөү кәрәклеге хаҡында һөйләне.

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Бөрөлә йәшәүсе Вера Цирульникова мөрәжәғәт итте. Ул ҡалала ҙур перинаталь үҙәк төҙөү кәрәклеге хаҡында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, ҡулайлаштырылған иҫке бинала урынлашҡан урындағы бала табыу йорто Башҡортостандың төньяғындағы биш район халҡын хеҙмәтләндерә һәм ғәмәлдә туп-тулы. Палаталарҙа тығыҙ, медицина персоналдарына эш йөкләмәһе юғары.
— Был проблема күптән бар, – тип аңлатты Вера Цирульникова. – Минең ошондай шарттарҙа донъяға килгән өс балам бар. Бала табырға ниәтләнгән йәш ғаиләләр заманса һәм уңайлы бала табыу йортона килһен ине.
Республика етәксеһе Бөрөлә перинаталь үҙәк төҙөлөшө хаҡында ҡарар ҡабул ителеүен, оҙаҡламай проект эштәре башланыуын хәбәр итте.
— Һеҙҙең исемдән Бөрө халҡын ышандыра алам. 2018 йылда яңы үҙәк проектлай башлайбыҙ, ә 2019 йылда төҙөй башлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Объект иһә, ғөмүмән әйткәндә, осһоҙҙарҙан түгел – 400 миллион һум. Әммә беҙ нимәгә барғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Аҡса тулы күләмдә күҙалланған. 2020 йыл аҙағына төҙөлөштө тамамларға тырышырбыҙ.
Уның һүҙҙәренсә, яңы перинаталь үҙәк республиканың төньяғында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк.
Читайте нас: