Микрорайонды төҙөкләндереү мәсьәләһе унда йәшәүселәрҙе генә түгел, район етәкселәрен дә борсой. Әйтергә кәрәк, районда йылдан-йыл халыҡта автотранспорт һаны арта. Микрорайон территорияһына килгәндә, бында автомобилдәр ҡуйыу өсөн махсус урындар етерлек түгел. Шулай уҡ эскәмйәләр ҙә юҡ, майҙан кисен тейешенсә яҡтыртылмай. “Коммунальщик” ЯСЙ-һы директоры И. Усманов документтың йөкмәткеһе менән таныштырҙы. “Программаның “Күп фатирлы йорттар территорияһы” ярҙамсы программаһы 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән, уны тормошҡа ашырыу өсөн 12 миллион 284 мең һум аҡса талап ителә. Эштәр быйыл уҡ башланасаҡ, 2018 йылда 2 миллион 400 мең һум сумма тотоноласаҡ. Ул Микрорайондағы 6 йорт: 1-се, 2-се, 5-се, 6-се, 7-се, 8-се һанлы йорттар территорияһын төҙөкләндереү, подъездарға ремонт яһау, территорияны асфальтлау, урам лампалары ҡуйыу, ял итеү урынына эскәмйәләр, сүп һауыттары урынлаштырыуға йүнәлтеләсәк,” – тине Ильяс Ромен улы. Ул шулай уҡ программаны тормошҡа ашырыу өсөн территорияны тәртипкә килтереү буйынса өмәләрҙә халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы мөһимлеген билдәләне. Эштәр тамамланғандан һуң артабан хеҙмәтләндереү һәм һаҡлау өсөн объекттар ошонда йәшәүсе халыҡ ҡарамағына тапшырыласаҡ. Осрашыу залында йыйылыусыларға район үҙәгендәге Мәҙәниәт һәм ял паркының торошо тураһында видео-һорау алыу яҙмаһы күрһәтелде. Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Ш. Сәғәҙиев тыңлаусыларҙы парк территорияһын төҙөкләндереү дизайн-проекты менән таныштырҙы, эштәрҙең “Йәмәғәт территорияһында” программаһы сиктәрендә башҡарыласағын билдәләне. Ул балалар уйын комплексы, эскәмйәләр ҡуйыуҙы, яңы сәхнә, тренажерҙар урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәлде һәм ил сиген һаҡлаусылар иҫтәләгенә ҡуйылған стеланы реставрациялау ҙа ҡаралған, өҫтәмә лампалар ҡуйыу, юлдарҙы асфальтлау эштәре лә башҡарыласаҡ.