2018 йылдың уҙған осоронда районда ошо сәбәп арҡаһында бер янғын сыҡты. 4 мартта 82-се янғын һүндереү часының диспетчер хеҙмәтенә Үрге Ҡыйғы ауылында Тау аҫты урамында йорт ҡаралтыһы яныуы тураһында хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына бик тиҙ барып етә һәм утты һүндерә, ялҡындың яҡындағы ҡаралтыларға, өйгә күсеүенә юл ҡуймай. “Ҡыҙыл әтәс” мал аҙбарының башын юҡ итә. Һуңынан асыҡланыуынса, янғын бәләкәй баланың шырпы менән уйнауынан килеп сыҡҡан. Бәхеткә, ҡаза күреүселәр юҡ. Бындай күңелһеҙ ваҡиғаларҙы киҫәтеү өсөн балаларға шырпы менән уйнауҙың хәүефле булыуын даими аңлатып торорға кәрәк. Шулай уҡ шырпыны, башҡа яныусан матдәләрҙе кескәйҙәр ала алмаҫлыҡ урынға ҡуйыу мөһим, балаларҙы оҙаҡ ваҡытҡа ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай. Әйтергә кәрәк, әгәр янғын балалар ҡарауһыҙлығы арҡаһында сығып, сит кешеләргә зыян килтерелһә, ата-әсә закон буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Суд зыян күреүселәрҙең мөрәжәғәте буйынса ата-әсәнән янғында күрелгән ҡаза күләмен ҡайтарыу тураһында ҡарар сығара ала. Ут сығыуын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән теләһә ниндәй телефондан “112” берҙәм номеры аша ашығыс хеҙмәткә хәбәр итегеҙ, кеҫә телефонына – “101”, стационар телефонда – “01” һандарын йыйып хәбәр бирергә мөмкин. Тиҙ арала электр энергияһын, газды һүндерегеҙ, өйҙәге кешеләрҙе сығарығыҙ һәм ҡул аҫтындағы янғын һүндереү саралары менән ялҡынды һүндерергә тырышығыҙ. Әгәр һүндерә алмаһағыҙ, бинанан сығығыҙ, ишекте ябығыҙ, күршеләрҙе иҫкәртегеҙ! Янғын һүндереүселәрҙе ҡаршыларға әҙерләнегеҙ, уларға янғын урынын аныҡ күрһәтегеҙ.