“Китмәгеҙ, торналар!” спектакле менән Ҡыйғы районы ауылдары буйлап йөрөп сығып, күрше райондарҙа гастролдәрҙә булғандан һуң, Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры коллективы яңынан район мәҙәниәт йорто сәхнәһенә сыҡты. Тамашасыларҙың яҡшы һүҙҙәре менән дәртләнеп, “халыҡ” театры исемен яҡлауға артистар ошо уҡ спектаклде ҡуйҙы, был сара “Алтын тирмә” милли театрҙар фестивале-конкурсы сиктәрендә үтте. Тәжрибәле театр тәнҡитселәре беҙҙең һәүәҫкәр артистарҙың уйынына ыңғай баһа бирҙе. “Күп театрҙар эшен ҡарағандан һуң, ниһайәт, мин һеҙҙең артистарҙың сәхнәләге ваҡиғаларҙы баһалай белеүен, уйындары аша үҙҙәрен дә, тамашасыларҙы ла ваҡиғаларға йәлеп итеүен күрҙем. Һеҙ үҙегеҙҙең алдығыҙға юғары планка ҡуйғанһығыҙ һәм иҫ киткес рәүештә уға өлгәшә алдығыҙ”, – тине БР-ҙың халыҡ артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы кафедраһы профессоры Азат Нәҙерғолов. Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, милли театрҙар фестиваль-конкурсы координаторы Тәнзилә Ҡалмурзина: “Ҡыйғы театрының бай тарихы бар. Беҙ һеҙгә профессиональ артистарға ҡуйған талаптарҙы ҡуйҙыҡ. Үҙәккә үтеп инерлек ҡатмарлы драматургия әҫәре һайлағанһығыҙ. Үҙегеҙҙең ролдәрегеҙҙе шул тиклем яҡшы башҡарҙығыҙ. “Халыҡ” театры исемен һеҙ яҡланығыҙ,” – тине. Өфөнән килгән ҡунаҡтар театр режиссерына һәм артистарға артабанғы ижади үҫеш өсөн файҙалы кәңәштәр бирҙе. Комиссия шулай уҡ ауыл театрҙары эшен дә баһаланы. Уңышлы сығыш яһап, Арыҫлан ауылы театры артистары И. Шиһаповтың “Иҫерек айныһа, хәйесе байыһа” комедияһы менән (режиссер А. Ғәлина, рәссам З. Әхмәтова) “халыҡ” театры исемен яҡланы. Абзай ауылы “Гүзәл” театры артистары Н. Асанбаевтың ”Ғүмер уҙмай заяға” драмаһы (режиссер З. Әхмәтов, рәссам-декоратор С. Мәхмүтов); Түбәнге Ҡыйғы ауылы “Замандаш” татар театры Ғ. Сәйғудуллиндың ”Күрше хаҡы” комедияһы менән (режиссер Д. Мозаев, рәссам З. Нуриева) сығыш яһаны.
Театрҙың ветераны, Ә. Аҙнабаевтың “Шоңҡар” пьесаһы буйынса спектаклдә Арыҫланбай, Ғ. Ибраһимовтың ”Башмағым”ында Хөснөтдин һәм башҡа ролдәрҙе башҡарған Р. Асҡаров ошоларҙы һөйләне: “Беҙҙең ауыл халҡы беренсе тапҡыр 1916 йылда ғалим-мәғрифәтсе Вилдан Ғимранов етәкселегендә урындағы һәүәҫкәр артистар тарафынан Ғ. Камалдың пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Беренсе театр” театрлаштырылған спектаклен ҡарай. Әммә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы һәм Граждандар һуғышы ваҡиғалары халыҡ ижады үҫешен ваҡытлыса туҡтатырға мәжбүр итә. 1919 йылда, совет власының беренсе йылдарында, Үрге Ҡыйғы ауылында комсомол ойошмаһы төҙөлә һәм ул үҙ эшен драма түңәрәге ойоштороуҙан башлап ебәрә. Л. Ибәтуллин, Х. Нәсибуллин, М. Сәхәүетдинова, Ф. Шәһимәрҙәновтар М. Ҡашғариҙың “Таһир һәм Зөхрә” спектакле менән сәхнәгә сыға. Ул осорҙа халыҡ мәғарифы кантон бүлеге инспекторы булып Нәҡи Иҫәнбәт эшләй, ул үҙенең тәүге әҙәби әҫәрҙәрен ижад итә һәм улар нигеҙендә спектаклдәр ҡуйыла башлай. Һуңыраҡ Н. Иҫәнбәт күренекле драматург, прозаик һәм шағир дәрәжәһенә күтәрелә. Культура-ағартыу эшен яйға һалыу маҡсатында 1930 йылдан колхоз-совхоз театрҙары асыла башлай. Республикала беренселәрҙән булып Үрге Ҡыйғыла дәүләт театры ойошторола. Уның штатында ете актер һәм режиссер- ойоштороусы Ирек Ибраһимов иҫәпләнә. Көндөҙ улар яланда, фермаларҙа эшләй, ә кистәрен клубҡа йыйыла. Театр коллективы республиканың төньяҡ- көнсығыш төбәктәре һәм Силәбе өлкәһе тамашасыларын үҙ сығыштары менән ҡыуандыра, концерттар, лекциялар, төрлө темаға бәхәстәр ойоштора. Байтаҡ күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре беренсе аҙымдарын Ҡыйғы сәхнәһендә яһай: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашева, тарихи “Перовский” бейеүенең авторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Әхмәҙиев. Актер, драматург, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, башҡорт сәхнәһе корифейы Ғималетдин Минһажев беҙҙең районда тыуып үҫеп, сәхнәлә беренсе аҙымдарын яһай, бөгөн театр уның исемен йөрөтә. 1952 йылда күп колхоз-совхоз театрҙары ябыла, Ҡыйғы театры эшмәкәрлеге лә туҡталып ҡала. Лида Ғәйнетдинова – театрҙың ветераны. Ул моңло тауышҡа эйә, музыкаль спектаклдәрҙә уйнай һәм йырлай. Өлкән быуын тамашасылары уның Ҡарлуғас һәм башҡа ролдәрҙе оҫта башҡарыуын әле лә яҡшы хәтерләй. “Ысын күңелдән театр сәнғәтенә ғашиҡ энтузиастар Барый Бикмөхәмәтов, ирле- ҡатынлы Гөлсөм һәм Мөҡтәсим Лоҡмановтар, Миңнур Исламова, Ғәлимә Сәғитова, Шәүкәт Хәкимйәнов, Мәнзүмә Бәҙәмшина драма түңәрәге ойошторҙо. Артистар күберәк башҡорт һәм татар әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итте. Мәктәп сәхнәһендә хорҙа ла, яңғыҙ ҙа йырлауымды күреп, улар мине башта күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашырға саҡырҙылар, ә һуңынан инде төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башланылар. Ҡадир Даяндың романтик драмаһы буйынса Рафаэль Хөсәйенов сәхнәләштергән “Таңсулпан” спектакле тамашасылар алдында иҫ китмәле уңыш ҡаҙанды. Республика Мәҙәниәт министрлығынан ебәрелгән комиссия һәүәҫкәр артистарҙың ижади эшенә юғары баһа бирҙе. 1959 йылда коллектив маҡтаулы “Халыҡ театры” исеменә лайыҡ булды. Уңыш менән ҡанатланған артистар тағы ла нығыраҡ илһамланып эшкә тотондо. Бер йылдан һуң беҙҙең театр, Рәсәйҙең өс ауыл театры иҫәбендә, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә республиканың йөҙөн сағылдырҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры беҙҙе шефлыҡҡа алды. Марат Солтанов, Рафаэль Әйүпов кеүек билдәле актерҙар һәм режиссерҙар беҙҙе актерлыҡ оҫталығына өйрәтте. Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәүәҫкәр артистарҙың ижади үҫешенә ҙур йоғонто яһаны һәм уларҙың ижади мөмкинселектәрен профессионалдар кимәленә еткерҙе”.
1960 йылда халыҡ театры 4 күп шаршаулы пьеса менән 42 тапҡыр сығыш яһай, спектаклдәрҙе 15 меңдән ашыу кеше ҡарай. Бер йылдан һуң коллектив Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә тип табыла һәм Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә үҙ экспозицияһы ҡуйыла. 1967 йылда Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығына бағышланған смотр үтә. Ҡыйғы артистары Зәйнәб Биишеваның “Гөлбәҙәр” пьесаһы буйынса спектакль ҡуя һәм смотрҙан I дәрәжә диплом менән ҡайта. 1968 йылда Чебоксарҙа Урал һәм Волга буйы халыҡ театрҙары режиссерҙары өсөн ижади конференция үтә. Һәр республика бер халыҡ театры эшен тәҡдим итә. Башҡортостандан Ҡыйғы театры һайлана. Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” пьесаһы буйынса спектакль менән Чебоксар ҡалаһында театр коллективы яңы уңыштар ҡаҙана, үҙ данын тағы ла арттыра. 1972 йыл театр өсөн 13-сө миҙгел була. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ театрҙары смотры менән тап килә. Коллектив был смотрға күренекле башҡорт драматургы Ә. Аҙнабаевтың "Игеҙәктәр” комедияһын һәм татар яҙыусыһы С. Шәкүровтың “Тыуған ер” драмаһын әҙерләй. Беренсе тур Дыуан районында үтә. Ике спектакль дә юғары баһа ала, I һәм II дәрәжә диплом менән бүләкләнә. 1973 йылда үткән Бөтә Рәсәй смотрында Башҡортостандан өс коллектив –Ҡыйғы, Баймаҡ, Борай театрҙары ҡатнаша. Ҡыйғылар лауреат исеменә лайыҡ була. Театр ветераны, “Ике килен – килендәш” пьесаһында (Х. Вәлит) Сажиҙә, “Зәңгәр шәл”дә (К. Тинчурин) Гөлдәриә, “Хушығыҙ хыялдарым”да (Ә. Аҙнабаев) Гөлнәрисә, “Башмағым”да (Ғ. Ибраһи- мов) Хөсни ролдәрен һ.б. талантлы башҡарған Әлфиә Зарипова һөйләй: “1979–1981 йылдарҙа Ҡыйғы халыҡ театры Бөтә союз үҙешмәкәр коллективтар смотр-конкурсы, Бөтә союз һәм Бөтә Рәсәй фестивалдәре лауреаты, Бөтә союз йәштәр фестивалендә ҡатнашҡан өсөн ВЛКСМ Үҙәк комитетының I дәрәжә Дипломына лайыҡ булды. 1981 йылда Сәнғәт институтын тамамлап ҡайтҡан Рәүил Ҡотопов театр менән етәкселек итә башланы. Уның Ә. Аҙнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!” пьесаһы буйынса ҡуйған диплом эше бик күп йәштәрҙе тупланы. Театр Бөтә союз һәм республика смотрҙары лауреаты исемен яуланы. Театрҙың актив эшмәкәрлеге дәүерендә ете үҙешмәкәр артистҡа “БР- ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Спектаклдәрҙең визит карточкаһы булып, әлбиттә, рәссам-декоратор Евгений Белоусов әҙерләгән декорациялар торҙо”. 2012 йылда Стәрлебашта үткән “Алтын тирмә” төбәк-ара фестивалендә Ғ. Камалдың “Банкрот” спектакле менән сығыш яһап, Ҡыйғы театры “Театр сәнғәтенә тоғролоҡ өсөн” номинацияһында дипломға лайыҡ булды.
Фотолар театр артистары архивынан.