Ярты быуат ғүмер ителгән, ғаиләлә тыныслыҡ һәм именлек булһын өсөн, күпме түҙемлек, аҡыл, өмөттәр, мөхәббәт һәм ышаныс, оло хеҙмәт кәрәк булған. Өй тупһаһын аша атлап үтеү менән был йылы ғаилә мөхитенә сумаһың. Ғаилә башлығы Рәмил Фәтих улының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Әсәһе Ғәйшә Ниғмәтулла ҡыҙы өс баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Өлкәндәр ҡорона иртә ингән егет, мәктәпте тамамлағанда, күп нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләй белә, тракторҙы оҫта йөрөтөүе менән дә айырылып тора. Ярославка училищеһында уҡып, механизатор һөнәрен үҙләштерә, һуңынан күп йылдар Калинин исемендәге колхозда “ДТ-74”, “ЮМЗ-5” тракторҙарында эшләй. Урып йыйыу кампанияһы осоронда комбайн штурвалы артына ултыра. Һәр йыл һайын биш тоннанан артыҡ ашлыҡ һуғып, беренсе биш йыллыҡта уҡ, йәш комбайнсылар араһында социалистик ярыш еңеүсеһе була. ВЛКСМ-дың Өлкә комитеты почет грамотаһы менән бүләкләнә. Калинин исемендәге колхоз йылдан-йыл яңы етештереү өлкәләрен үҫтерә, бигерәк тә төҙөлөш, энергетика өлкәләрен. Хужалыҡҡа оҫта электрик- монтажниктар талап ителә. Рәмил Фәтих улын электро- монтажниктар бригадаһына тәғәйенләйҙәр. Ошо дәүер эсендә улар тарафынан күп эштәр башҡарыла: өс күпер төҙөлә, ырҙын табағындағы эш тулыһынса механизациялана. Р. Вәкилов үҙ ҡулдары менән күсмә төҙөлөш кранын йыя, уның менән ауылдаштарына өй күтәрешергә ярҙамлаша. “Беҙҙең атайҙың ҡулы ғына түгел, йөрәге лә алтын. Ул изгелекле һәм хәстәрлекле, эшһөйәр һәм тыйнаҡ. Уның өсөн намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм ауылдаштарының именлеге ҙур әһәмиәткә эйә,” – тип һөйләй ҡыҙы Рәлиә Рәмил ҡыҙы. “Эш осоронда алған ҡул йәрәхәтенә, һуңыраҡ үткәргән инсультҡа ҡарамаҫтан, минең тормош иптәшем ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Элеккесә бар эште еренә еткереп башҡара. Эш – уның өсөн бәхет,” – ти тормош иптәше Сәфинә Әҙиулла ҡыҙы. Ул үҙе лә ошо ауыл ҡыҙы. Атаһы Әҙиулла Нәби улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты һуғыш барғанда, минаға баҫып аяҡһыҙ ҡала. Һуғыштан инвалид булып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, колхозда эшләүен дауам итә. Әсәһе Фатима Мырҙакамал ҡыҙы ла ошо колхозда эшләй. Улар өс ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Сәфинә һауынсы булып фермаға эшкә урынлаша. 1968 йылда ауыл мәҙәниәт йортона кассир булып эшкә килә һәм 36 йыл ошо вазифаны башҡара. Көндөҙ шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыя, балалар баҡсаһында ла эшләргә өлгөрә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ”Хеҙмәт вете- раны” миҙалы, БАССР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. “Беҙҙең әсәй – кеселекле, изге күңелле кеше. Ул батыр йөрәкле лә. Беҙҙең Раил ағайыбыҙ Чечня Республикаһында хеҙмәт итте. Бер ваҡыт унан хәбәр килмәй башланы. Әсәйем әхирәттәре менән ошо йыраҡ республикаға юлланды. Барып эҙләп тапты. Әсә мөхәббәте ярҙамында барыһы ла яҡшы тамамланды. Бөгөн беҙҙең атай-әсәйебеҙ – биш ейәнгә һәм ике ейәнсәргә олатай-өләсәй,” – тип шатлыҡтары менән бүлешә Рәлиә Рәмил ҡыҙы. Ә бәхетле пар, йылмайышып, туй мәлен иҫкә төшөрә: ”Рәмил мине алырға, кашауайға егелгән ат менән килде. Минең аҡ күлдәгем дә, матур туфлийым да юҡ ине. Туй дүрт көн дауам итте, ике көн беҙҙең яҡта, ике көн кейәү йортонда. Әсәйҙәр беҙгә бәхетле, оҙон ғүмергә фатихаларын бирҙе. Ҡәйнәм менән бер йортта 15 йыл йәшәнек,” – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Сәфинә Әҙиулла ҡыҙы. Ул һөйләй, бәхетле парҙар бер-береһенә ҡарашҡанда күҙҙәрендә яҡты ихтирам сатҡылары сағылып ҡала. Уларҙа бер ҡараштан аңлау, хөрмәтләү һәм йылдар үтеү менән һүрелмәгән мөхәббәт хистәре балҡый.
Л. Саҙретдинова.Автор фотоһы.