Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2018, 16:47

ҠЫЙЫНЛЫҠТАРҘЫ ЕҢЕП БУЛА

Минең әңгәмәсем ҡарап тороуға ябай ауыл егете, әммә хеҙмәттә һәм мөхәббәт менән үткән һәр көнө бер үк ваҡытта йәшәү өсөн көрәш тә. Тормош ни тиклем ҡатмарлыраҡ, ихтыяр көсө һәм йәшәүгә ынтылыш шул тиклем көслөрәк, тиеүҙәре хаҡ. Ул һәр көн ҡатмарлы дауаланыу процедуралары ҡабул итә. Шуға ҡарамаҫтан, һәр атҡан яңы көнгә ҡыуанып, ихтыяр көсөн туплап алға атлай, йәмғиәткә файҙа килтерә.

Минең әңгәмәсем ҡарап тороуға ябай ауыл егете, әммә хеҙмәттә һәм мөхәббәт менән үткән һәр көнө бер үк ваҡытта йәшәү өсөн көрәш тә. Тормош ни тиклем ҡатмарлыраҡ, ихтыяр көсө һәм йәшәүгә ынтылыш шул тиклем көслөрәк, тиеүҙәре хаҡ. Ул һәр көн ҡатмарлы дауаланыу процедуралары ҡабул итә. Шуға ҡарамаҫтан, һәр атҡан яңы көнгә ҡыуанып, ихтыяр көсөн туплап алға атлай, йәмғиәткә файҙа килтерә.

Руслан Рәис улы Сабирйәнов Үрге Ҡыйғыла тыуып үҫә, беренсе мәктәпте тамамлай. Уның үгәй атаһы Мөхәррәм Ғәлләмов урман хужалығы етәксеһе була, үҙ эшен ихлас яратып башҡара, Русланға һөнәр һайлауҙа өлгө булып тора. 2005 йылда БДАУ-ҙың ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультетын тамамлаған егет Ҡыйғы урман хужалығында эш башлай. Мәскәү өлкәһе Егорьевск ҡалаһында хәрби элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, үҙ эшен дауам итә. Урман хужалығы тармағында үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Малаяҙҙа Салауат урман хужалығында эшләй. Бер ваҡыт командировкала булғанда ҡаты һыуыҡ тейҙерә, ошо арҡала тотош организмы өҙлөгә. Табиптар уға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, әммә көн һайын һауыҡтырыу процедуралары алыу мөһимлеген аңлаталар. Руслан табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала, бер нимәгә ҡарамаҫтан, артабан бирешмәҫкә үҙенә һүҙ бирә. Бер ни тиклем ваҡыттан үҙ эшен асыу тураһында уйлана башлай. Баҙарҙа үтемле төҙөлөш материалдары сығарыу технологияларын өйрәнә, етештереү цехтарында була. 2015 йылдың декабрендә, суб- сидия юллап, элекке Ленин исемендәге колхоз складын ҡуртымға ала, СБР-500 бетон иҙгесе, РБ-700 юнысҡы ваҡлағысы, “МТЗ-82” тракторы һатып ала һәм арболит конструкциялы блоктар, тротуар плиткалары, бордюрҙар, брусчаткалар әҙерләй башлай. Бөгөн “Сабирйәнов” шәхси предприятиеһы продукцияһы төньяҡ- көнсығыш төбәктә һәм Силәбе өлкәһендә киң билдәле. Руслан Рәис улы һөйләүенсә, арболит блоктарынан күтәрелгән өй стеналары тирә-яҡ мөхиттән үҙенә дым тупламай. Улар юнысҡы һәм цемент ҡатнашмаларынан яһала. Ошоноң өсөн арболит блоктарҙы кухня, мунса, гараждар төҙөү өсөн теләп алалар. Әлегә улар Салауат Әхмәҙиев менән икеһе генә эшләй, юнысҡы әҙерләйҙәр, яңы технологияларҙы өйрәнәләр. “Көндәр йылыныу менән төҙөлөш материалдарын әҙерләү эшен башлап ебәрәсәкбеҙ”, – ти тырыш эшҡыуар. Ул яҡшы хужа ла, ҡатыны Регина Рөстәм ҡыҙы менән өй һалып ингәндәр, ҡыҙҙары Диләрәне, улдары Диниярҙы матур итеп тәрбиәләйҙәр. Балалар аталары менән бергә шахмат уйнарға, китаптар уҡырға, саңғыла йөрөргә ярата. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс табыусы, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтле, бар яңылыҡты ҡабул итергә әҙер кеше ул минең әңгәмәсем. “Кешенең хыялы, алға әйҙәүсе маҡсаттары, йәшәргә теләге булһа, ул бар ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сыға ала”, – тип уйлайһың уға ҡарап.
Л. Саҙретдинова.Автор фотоһы.
Читайте нас: