Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2018, 17:30

Ғаилә – һәр кеше өсөн иң мөһиме

Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Владислав Ғәйнетдин улы Йомағоловтың бөтә ғүмере төҙөлөшкә бәйле була.

Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Владислав Ғәйнетдин улы Йомағоловтың бөтә ғүмере төҙөлөшкә бәйле була.

Ысын төҙөлөш менән ул 69-сы һанлы Һатҡы һөнәри-техник училищеһында уҡығанда таныша. Бында күп ҡатлы торлаҡ йорттар һалына, төрлө сәнәғәт объекттары файҙаланыуға индерелә. Егет үҙенең тыуған ауылында ла ошондай ҙур төҙөлөштәр алып барырға хыяллана. Конструкциялар монтажсыһы һөнәрен алып, хеҙмәт эшмәкәрлеген ленин исемендәге колхозда башлай. 1966 йылда уны төҙөлөш ойошмаһына – 438-се механизацияланған күсмә колоннаға (ПМК-438) монтажсы итеп саҡыралар. Владислав Ғәйнетдин улы үҙ көсөн һалған тәүге объект – район үҙәгендәге күп фатирлы ике ҡатлы торлаҡ йорт. Тиҙҙән уны монтажсылар бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт срогын тултырғас, Өфө ҡалаһында төҙөлөштә эшләй, монтажсылар бригадаһына етәкселек итә. Биш һәм туғыҙ ҡатлы торлаҡ йорттар, ӨДНТУ, главпочтамп биналарын төҙөүҙә ҡатнаша. Үҙ ғаиләһен дә ҡора – яҡташы Нурания Марс ҡыҙына өйләнә. Йәштәр тыуған яҡтарына ҡайтып, ҡыйғы МСО-һына эшкә керә, Нурания – нормировкалаусы, ә Владик прораб сифатында. Тәжрибә туплап өлгөргән эшһөйәр төҙөүсене район етәкселеге Бузулук ҡалаһындағы мастерҙар мәктәбенә уҡырға ебәрә. Уҡыуын тамамлағас, Владислав Ғәйнетдин улын “Башкоопстрой”ҙың Ҡыйғы участкаһы мастер-прорабы итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы коллектив икмәк комбинаты, һыуытыу цехы, Үрге Ҡыйғы ауылы универмагы биналарын төҙөй. Һуңынан уны 3-сө төҙөлөш идаралығының Ҡыйғы участкаһы етәксеһе итеп күсерәләр, район Советы башҡарма комитеты бинаһын төҙөүгә тотона. В. Йомағолов ойошманың матди-техник базаһын камиллаштырыуға күп көс һала, төҙөлөш краны, техника юллай.Әммә тиҙҙән һаулығы ҡаҡшауын һиҙә. 1983 йылда ғаилә йылы Үзбәкстанға – Алмалыҡ ҡалаһына күсергә мәжбүр була. 1987 йылда тыуған яғына ҡайтырға саҡырғас, – 964-се ПМК-ға прораб кәрәк була – ҡояшлы республиканы ҡалдырып, Башҡортостандың ҡырыҫ төньяҡ- көнсығышына яңынан ҡайталар. Ул эшләгән йылдарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы, пионерҙар һәм уҡыусылар йорто биналары, төҙөүселәрҙең үҙҙәре өсөн ике фатирлы йорттар ҡалҡып сыға. Артабан В. Йомағоловты ДСПМК- ның Ҡыйғы участкаһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. “Тормошомда яңы дәүер башланды, был эштең нескәлектәре бик күп ине, – тип иҫкә ала ул осорҙо Владислав Ғәйнетдин улы. – Үҙемә барлыҡ технологияны өйрәнергә, эшселәрҙе барлыҡ процестарҙы сифатлы башҡарырға өйрәтергә тура килде. Социаль һәм мәҙәни объекттар, торлаҡ кеүек үк, был эш тә халыҡ өсөн бик кәрәкле һәм мөһим ине. Ул йылдарҙа беҙ 15 саҡрымға тиклем юл асфальтлап өлгөрә торғайныҡ, 28–30 мең тонна асфальт етештерелде. Битумды – Өфө ҡалаһынан, ҡырсынташты Һатҡынан ташыныҡ”. Етәксе предприятиеның матди- техник базаһын нығыта, производство биналарына газ үткәрә. Асфальт юлдарға ихтыяж йылдан-йыл арта, шунлыҡтан ҡеүәтлерәк асфальт-бетон заводы талап ителә. “Уны һатып алыуға РСФСР Юғары Советы депутаты Н. Ғәлина ҙур ярҙам күрһәтте, – тип хәтерләй ветеран. – Яңы ДС-158 заводын Ҡурғаш ауылы эргәһендә төҙөп, Ҡыйғы юл ремонт- төҙөлөш идаралығы балансына ҡуйҙыҡ. Етештерелгән асфальт күләме йылына 34 мең тоннаға етте”. Ул хеҙмәттәштәре И. Сабиров, Р. Сәрүәров, Р. Мөхәмәтдинов, Р. Ғималетдинов, А. Һуйырбаев, Х. Камаловтарҙы яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә ала. В. Йомағолов йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, район Советы депутаты була. Төҙөлөш өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградалар алған. Һәр саҡ аҡыллы кәңәшсеһе, ышаныслы терәге булған тормош иптәше нурания Марс ҡыҙы милекселеккә идара итеү буйынса район комитетында оҙаҡ йылдар ер мәсьәләләре буйынса белгес булып эшләгән. Йомағоловтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Вадим – спортсы, ваҡытында “Башҡортостан нефтсеһе” командаһы составында супер-лигала сығыш яһай, бөгөн “Газпром” акционерҙар йәмғиәте волейбол командаһы тренеры булып эшләй, Сибай ҡалаһында йәшәй. Икенсе улдары Илдар юрист һөнәрен һайлаған, тәфтиш комитеты начальнигы булып эшләй. Ҡыҙҙары Юлиә лә белем буйынса юрист, Өфө ҡалаһында йәшәй. Балалары ата-әсәләре эргәһенә йыш ҡайта. Олатай кеше ейән-ейәнсәрҙәрен үҙе менән балыҡҡа алып бара, шахмат уйнарға, баҡсала эшләргә өйрәтә. “Йылдар үтеү менән ғаиләнең тормошта иң мөһиме булыуын аңланым. Үҙ бәхетемде үҙ ҡулдарым менән төҙөй алыуыма сикһеҙ шатмын. Ғаиләне һаҡлау өсөн бик күп көс һәм тырышлыҡ һалырға кәрәк. Уның төп нигеҙе булып бер-береңә ҡарата һөйөү тора,” – тип үҙ уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша ветеран.


Л. Саҙретдинова.Фото ғаилә альбомынан.

Читайте нас: