Лиза Ҡыям ҡыҙын республиканың төрлө мәктәптәренә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡыралар. Ошо көндәрҙә ул беҙҙең райондың мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға ҡайтты. Был сарала район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев, мәғариф бүлеге белгестәре һәм методистары, директорҙар һәм уларҙың урынбаҫарҙары, район һәм мәктәп методик берекмәләре етәкселәре, уҡытыусылар ҡатнашты. Сараны район мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев асты. Ул республикала мәғариф системаһын үҫтереүгә Лиза Ҡыям ҡыҙының ҙур өлөш индереүе тураһында һөйләп үтте, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы асыҡ әңгәмәгә саҡырҙы. Лиза Ҡыям ҡыҙы үҙе тураһында әйтеп үтте, мәктәптә эшләү методикаһы тураһында һөйләне, дәрестәргә, кластан тыш сараларға ҡарата, предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны популярлаштырыу йүнәлешендә төҙөлгән методик эштәре менән таныштырҙы. Химия фәненән йөҙҙән артыҡ төрлө кимәл олимпиада призерҙарын һәм еңеүселәрен әҙерләгән уҡытыусы олимпиадаға әҙерләү тәжрибәһе менән генә уртаҡлашып ҡалманы, уҡыусыларҙа изгелек, кеше- леклелек тойғоларын тәрбиә- ләүҙең мөһимлегенә лә туҡталды. “Призерҙар, олимпиадаға һәм БДИ-ға әҙерләүҙе мин төп маҡсат итеп ҡуйманым. Минең төп маҡсатым – ҙур тормошҡа лайыҡлы шәхес әҙерләү булды. Үҙ уҡыусыларымды тәртипле, аҡыллы, изгелекле, ижади эшләүсе итеп тәрбиәләргә тырыштым – ошоға һәр саҡ ынтылдым”, – тине педагог. Лиза Ҡыям ҡыҙы нисек итеп “олимпиадасыларҙы” билдәләүе тураһында һөйләне. “6-сы кластан класс сәғәттәре үткәрҙем, үҙ фәнем менән ҡыҙыҡһындырҙым, зирәктәрҙе һайлап алдым. Түңәрәктәр ойошторҙом, 7-се класта беренсе химия дәрестәре үткәрҙем. Һөҙөмтәһе шул булды – 8-се класс уҡыусылары, олимпиадала 9-сы класс өсөн сығыш яһап, Рәсәй олимпиадаһы призерҙары булды. Дәресте мин һәр саҡ класс менән бергә сисерлек проблемалы ситуация ҡуйып башлайым. Балаларҙы ниндәй ҙә булһа фәнде өйрәнергә мәжбүр итергә кәрәкмәй. Улар алдына маҡсат ҡуйыу ҙа етә. Маҡсатты төшөндөрөп бирергә кәрәк”, – ти ул. Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллинаның һәләтле балалар тураһында үҙ тәғлимәте бар. Әгәр уҡытыусы бар мөмкин-селеген һалып шөғөлләнһә, предмет менән ҡыҙыҡһынған һәр баланы олимпиада еңеүсеһе итеп була, тип иҫәпләй ул. Олимпиа- дасылар араһында бәлиғ булмаған балалар комиссияһында тороусылар ҙа аҙ булмай. “Ни өсөн улар тәртип боҙа? Уларға эш етмәй, көс-ҡеүәтен нимәгә тотонорға белмәй”, – ти Лиза Ҡыям ҡыҙы. Л. Әһәҙуллина үҙенең авторлыҡ программаһы буйынса эшләй. Предметты уҡытҡанда өҫтәлмә әҙәбиәт ҡулланыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләй ул. Олимпиадаларға әҙерлек көндәлек ҙур хеҙмәт талап итә, тип билдәләй Халыҡ уҡытыусыһы. Күп нәмә уҡытыусының теләгенән һәм тырышлығынан тора. Һәр саҡ үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Ҡышҡы һәм йәйге мәктәптәр, профилле лагерҙар, мәктәп–ВУЗ системаһы мөһим урын биләй. Лиза Ҡыям ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларға яңы ҡоролош заманында уҡытыусының миссияһы, илебеҙҙең буласаҡ граждандарының шәхес булып формалашыуында уларҙың тотҡан урыны, уҡытыусының кәрәкле сифаттары тураһында күп фәһемле һүҙҙәр һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыуҙың аҙағында район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов ҡыҙыҡлы сығышы, яҡшы кәңәштәре өсөн, Лиза Ҡыям ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, һаулыҡ, йәш быуынды тәрбиәләүҙә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләне. Ҡыҙыҡлы, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу, сарала ҡатнашыусыларға теоретик һәм практик яҡтан мәғлүмәттәр биреү уларға педагогик белемдәрен арттырырға ярҙам итте. Һис шикһеҙ, бындай осрашыу барыһы өсөн дә файҙалы булды, ул районыбыҙҙың талантлы балаларын киләсәктә күрә белеү һәм үҫтереү йәһәтенән яңы эштәргә дәртләндереүсе аҙым булыр, тип ышанғы килә.