Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2018, 17:45

Эшсе һөнәрҙәре мөһим

Силәбе ҡалаһында “Смена” уҡыусы йәштәр һарайында үткән “Йәш профессионалдар” (Worldskills) V асыҡ төбәк чемпионатында Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе сығарылыш уҡыусылары Владислав Ғарипов менән Рөстәм Фәттәхов (һүрәттә) ҡатнашты.

В. Ғарипов – “Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү” компетенцияһында Силәбе ҡалаһы Көньяҡ Урал дәүләт техник колледжы, Р. Фәттәхов “Иретеп йәбештереү технологиялары” компетенцияһында Златоуст технология һәм иҡтисад техникумы исеменән сығыш яһаны. Ҡала һайлап алыу турын уңышлы үтеп, егеттәр финалға сыҡты. Финалда В. Ғарипов – өсөнсө, Р. Фәттәхов икенсе урын яуланы. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың уңыштарына сикһеҙ шат һәм уларға артабанғы уңыштар, һәләттәрен тағы ла арттырыуҙарын теләйбеҙ.
Н. Нәғимов.

Читайте нас: