Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2018, 18:01

“ҠОРОС АТТАР” ТИКШЕРЕҮ ҮТӘ

Сәсеү эштәре яҡынлаша. Райондың ауыл хужалығы предпиятиеларында, КФХ-ларҙа үҙйөрөшлө, юл төҙөү техникаһын, тракторҙарҙы һәм уларҙың тағылмаларын техник тикшереү аҙағына яҡынлаша. Ошо көндәрҙә “Әхмәтдинов Ә.” КФХ-һында техосмотр үтте. Бында яҙғы иген култураларын 325 гектарҙа сәсеү күҙ уңында тотола. Орлок етерлек, уның 90 проценты кондициялы.

Сәсеү эштәре яҡынлаша. Райондың ауыл хужалығы предпиятиеларында, КФХ-ларҙа үҙйөрөшлө, юл төҙөү техникаһын, тракторҙарҙы һәм уларҙың тағылмаларын техник тикшереү аҙағына яҡынлаша. Ошо көндәрҙә “Әхмәтдинов Ә.” КФХ-һында техосмотр үтте. Бында яҙғы иген култураларын 325 гектарҙа сәсеү күҙ уңында тотола. Орлок етерлек, уның 90 проценты кондициялы.

“Техосмотрҙа әһәмиәтһеҙ нәмә булмай, – ти КФХ хужаһы А. Әхмәтдинов. – Техниканың төҙөклөгөнә тулы ышаныс булырға тейеш, сәсеү эштәре осоронда һәр минут ҡәҙерле бит. Беҙ машина-тракторҙар паркын еренә еткереп әҙерләргә тырыштыҡ”. Майҙансыҡҡа ремонтлап ҡуйылған, хужалыҡҡа бер нисә сезон рәттән хеҙмәт итеүсе “Беларусь МТЗ-80” тракторы хужаның һүҙҙәрен раҫлай. Тағы ла күптән түгел һатып алынған, ҡеүәтле ике “МТЗ-1221” тәгәрмәсле тракторҙары бар. Дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре документтарҙы, тракторҙарҙың торошон: йөрөү өлөштәрен, сигнализацияһын, тормоз системаһын, машиналарҙың блоктарын, агрегаттарын, комплектта мотлаҡ булырға тейешле медицина аптечкаһын, ут һүндергестәрҙе тикшерҙе. КФХ-ла булған 5 берәмек техниканың барыһы ла артабан файҙаланыуға рөхсәт алды, ваҡ етешһеҙлектәр урында бөтөрөлдө. Механизаторҙар: Ю. Ниғәмәтйәнов, И. Ишбулдин, А. Шакиров, А. Ғилметдинов, Р. Ғәлимовтар үҙ тракторҙарын ҙур тырышлыҡ һалып әҙерләгән. Сәскестәргә килгәндә, улар бында өсәү, икеһе – әҙерлек һыҙығында, ә өсөнсөһө әле ремонтлана. Хужалыҡта ике иген урыу, бер мал аҙығы урыу комбайны бар. “Районда техосмотр графикҡа ярашлы алып барыла. Бөгөнгө көнгә 5 ауыл хужалығы предприятиеһының һәм 14 КФХ- ның техникаһы тикшерелгән. Ҡаралған 72 тракторҙың 52-һе эшкә яраҡлы тип танылды, ә ҡалғандарына еңелсә ремонт талап ителә, – тип аңлатты Ҡыйғы районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Т. Хизбуллин. – Иң мөһиме – машиналарҙың техник торошо билдәләнгән нормаларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы булыуын, уларҙың кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янамауын контролдә тотоу”.
Н. Нәғимов.

Автор фотоһы.
Читайте нас: