Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2018, 17:49

ТӘҮӘКӘЛ ТАШ ЯРЫР

Үрге Ҡыйғы ауылы эшҡыуары Вячеслав Мячин һиггеҙенсе йыл йәшелсә үҫттереү менән шөғғөлләнә. Нәҡ Мячиндар районда йәшелсәселек кәсебенә башланғғыс һалыусылар булды. Ғаилә теплица комплексында сифатлы һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ ҡыяр, томат, һуған һәм йәшел тәмләткестәр үҫтерә.

Үрге Ҡыйғы ауылы эшҡыуары Вячеслав Мячин һигеҙенсе йыл йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Нәҡ Мячиндар районда йәшелсәселек кәсебенә башланғыс һалыусылар булды. Ғаилә теплица комплексында сифатлы һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ ҡыяр, томат, һуған һәм йәшел тәмләткестәр үҫтерә.

– Эште башлар алдынан тормош иптәшем билдәле йәшелсә үҫтереүселәргә “разведкаға” барып ҡайтты. Күп тапҡырҙар ишетеүгә ҡарағанда, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ бит. Был сәфәрендә ул күп нәмәләр белеп ҡайтты, – тип һөйләй Эльвира Бәхетгәрәй ҡыҙы. – Әммә тәжрибәне үҙ хаталарыбыҙ аша тупланыҡ. Продукцияны район үҙәге магазиндарына сығарабыҙ, баҙарҙа һатыу итәбеҙ. Аллаға шөкөр, йәшелсәләрҙе һатыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ. Мячиндарҙың һөйләүенә ҡарағанда, беренсе йылдар уңышһыҙыраҡ була. Әммә ваҡыт үтеү менән органик һәм минераль ашламалар индерергә өйрәнеп алалар, интенсив һыу һибеүҙе ойошторалар… Органик ашламаны урынлы һәм ваҡытлы ҡулланыу нигеҙендә ҡыяр һәм томат хужаларҙы иртә һәм мул уңыш менән ҡыуандыра башлай. – Быйыл февраль айында бәләкәй һауыттарға 5 мең төпләп “Седрик” сортлы ҡыяр сәстек. Үрсетмәләр әлеге көндә 3–4 япраҡлы, һап-һары сәскә атып ултыралар, – ти Вячеслав Петрович. – Теплицала тупраҡ кәрәкле йылылыҡҡа етһә, уларҙы түтәлдәргә күсерәсәкбеҙ. Ошонан һуң томаттарға ла сират етә. Эшҡыуарҙың һәр ҡайһыһы 10 сутыйлы ике теплицаһы бар. Улар утын менән йылытыла – “буржуйкалар” ҡуйылған, торбалар һуҙылған. Үрсетмәләргә йылы булһын өсөн, һауа температураһы 20–25 градустан түбән булмаҫҡа тейеш. Температура түбән булғанда ҡыяр үҫмәй. Һыу һибеү өсөн йәшелсәсе шлангылар ҡуллана, ҡеүәтле насосты ҡабыҙғандан һуң һыу һәр төпкә аға. Түтәлдәргә күсереп ултыртҡас, үҫентеләргә айырым тәрбиә талап ителә. Ваҡытында һыу һибергә, һабағының төҫөнә ҡарап ауырыуҙарын билдәләргә, ниндәй туҡлыҡлы матдәләр етмәгәнлеген асыҡларға кәрәк… Ҡыҫҡаһы, мәшәҡәттәр етерлек. Ҡыйынлыҡтар күп булһа ла, Вячеслав Петрович файҙалы эш менән шөғөлләнеүенә ышана. Ҡатыны Эльвира Бәхетгәрәй ҡыҙы менән ике улы: 9-сы класс уҡыусыһы Антон һәм 7-се класс уҡыусыһы Женя эшҡыуарҙың төп ярҙамсылары булып тора. Улар буш ваҡыттарында эшһеҙ ултырырға яратмай. Хәҙер “Үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатып ал, яҡынын һайла!” лозунгыһы актуаль. Ситтән килтерелгән йәшелсә генә түгел, урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы ла баҙарҙа, магазин кәштәләрендә лайыҡлы урын алһын.


Н. Нәғимов.

Автор фотоһы.

Читайте нас: