1994 йылдан алып хәрби комиссар вазифаһын подполковник Н. Скурихин башҡара. Николай Иванович 2002 йылда хәрби комиссариатҡа ике ҡатлы бина биреүҙәренә өлгәшә һәм уның матди-техник базаһын нығытыу өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләй. Билдәле, коллективтың эш һөҙөмтәһе һәр хеҙмәткәрҙең ысын профессионал булыуынан тора. Хәрби комиссариатта бөгөн бик күп кеше эшләмәй, әммә коллектив татыу, эшлекле һәм маҡсатҡа ынтылыусан. Хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы – халыҡтың, транспорт ресурстарының мобилизацияға әҙерлеген тәьмин итеү, йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хеҙмәткә саҡырылыусылар иҫәбен алып барыу. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр менән дә эш алып барыла. Хәрби бүлектең хеҙмәткәрҙәре алдарына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы башҡара. Айырыуса Ф. Фәтихова, В. Назыров, Т. Сәхәүетдинова, В. Скурихина, В. Шәрәфетдинова һәм башҡалар дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә. “Район тормошонда ла актив ҡатнашырға тырышабыҙ: иҫтәлекле даталар айҡанлы үткәрелгән тантаналы саралар- ҙа ҡатнашабыҙ, мәктәп уҡыусылары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Ҡораллы Көстәр, хәрби бәрелештәрҙә һәм локаль низағтарҙа ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөн үткәрәбеҙ һ.б. Йыл һайын беҙҙең хәрби комиссариат БР хәрби комиссариаттары араһында хеҙмәт эшмәкәрлеген ойоштороу, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу эшендәге юғары уңыштары өсөн Почет грамоталары һәм вымпелдар менән бүләкләнә. Былар һәм башҡа уңыштар – хеҙмәткәрҙәрҙең көсөргәнешле эше емеше, урындағы ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар менән тығыҙ бәйлә- нештә булыуҙың нәтижәһе”, – тип уртаҡлашты Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары хәрби комиссары Н. Скурихин.