Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2018, 17:44

ТОРМОШ МАТУРЛЫҒЫ – ХЕҘМӘТТӘ

Районыбыҙҙың почетлы гражданы, Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Илдус Һәҙиулла улы Әхмәҙуллин бар ғүмерен ауылдаштарының, райондаштарының яҡшы йәшәү шарттарын булдырыуға арнаған. Ул һәр саҡ халыҡ араһында, ваҡиғалар уртаһында.

Районыбыҙҙың почетлы гражданы, Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Илдус Һәҙиулла улы Әхмәҙуллин бар ғүмерен ауылдаштарының, райондаштарының яҡшы йәшәү шарттарын булдырыуға арнаған. Ул һәр саҡ халыҡ араһында, ваҡиғалар уртаһында.


Ветеран намыҫлы хеҙмәт юлы дәүерендә Социалистик ярыш еңеүсеһе була, Хеҙмәт Даны ордены, миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләнә, “Торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Уның атаһы Һәҙиулла Хәмиҙулла улы Әхмәҙуллин 1942 йылда Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе Миңлеямал Сафа ҡыҙы менән малайға һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын кисерергә тура килә. 9-сы класты тамамлаған йәш үҫмер механизатор һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә. Дыуан районының Ярославка ауылы училищеһында уҡый. “Ҡорос атты” йүгәнләп, “Лағыр” совхозының Әйле бүлегендә эш башлай. 1958 йылда Совет Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла, комиссия уға авиация часын тәҡдим итә. Илдус Байкал аръяғына авиация механиктары мәктәбенә бер йыллыҡ курсҡа йүнәлтмә ала. ЛИ-2 самолетында бортмеханик булып хеҙмәт итә, башта Сахалин утрауында була, һуңынан ул хеҙмәт иткән эскадрильяны Мәскәү янындағы Клин ҡалаһына күсерәләр. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, отҡор егетте ИЛ-14 хәрби-пассажирҙар самолетына күсерәләр. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егетте район башҡарма комитетына эшкә саҡыралар, шул уҡ ваҡытта киске мәктәптә уҡыуын дауам итә. 1966 йылда районда ПМК-438 төҙөлөш ойошмаһын булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғалғас, район партия комитеты И. Әхмәҙуллинды етәксе вазифаһына тәҡдим итә. Ошонан башлап бар хеҙмәт юля төҙөлөш менән бәйләнә. “Ҡыйғы тиҙ генә төҙөлмәне, бының өсөн әҙерлекле кадрҙар етешмәй ине,” – ти ҙур башланғыстар нигеҙендә торған кеше. Ул төҙөлөш ойошмаларының кадрҙар составын үҙе билдәләй, был ҡатмарлы тармаҡҡа белгестәр әҙерләүсе һөнәрселек училищеларына бара, уларҙы районға алып ҡайта, торлаҡ табып урынлаштыра, эш процесын ғына түгел, ял итеү мәсьәләләрен дә хәстәрләй. Төҙөлөш эштәренең үҙенсәлек- тәренә төшөнөр өсөн, үҙе лә Өфө төҙөлөш техникумының сәнәғәт- гражданлыҡ объекттары проектлау бүлегенә уҡырға инә. Һуңыраҡ Мәскәү ҡалаһында РСФСР-ҙың Госстрой ҡарамағындағы инженерҙар курсын тамамлай, артабан ауылдарҙы планлаштырырға өйрәнә. 1975 йылда уны райондың баш архитекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо йылдар эсендә күп объекттар төҙөлә, улар араһында ҡыйғылар өсөн иң мөһиме – мазутта эшләүсе, һуңынан газ яғыулығына күсерелгән, торлаҡ йорттарҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, башҡа объекттарҙы йылы менән тәьмин итеүсе үҙәк ҡаҙанлыҡ була. Инициативалы, тынғыһыҙ белгес, эҙләнеүсе И. Әхмәҙуллин районды газ менән тәьмин итеүҙең башланғысында тора. Етмәһә, был ваҡытта газ торбалары Мәсәғүткә еткән була. “КПСС-тың район комитеты беренсе секретары Индус Иҙрисов район халҡын газ менән тәьмин итеү идеяһы менән янды. Ул, партияның өлкә комитеты секретары М. Шакировҡа мөрәжәғәт итеү маҡсатында, миңә халыҡты тәьмин итеү өсөн күпме газ тотоноласағы, төҙөләсәк объекттар тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Мин барлыҡ төҙөлөш нормаларын һәм ҡағиҙәләрен өйрәндем, Горький (бөгөн – Түбәнге Новгород) ҡалаһындағы проект институтына ебәрер өсөн, документтар әҙерләнем. Һуңыраҡ, районды “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү, ошо башланғысты тормошҡа ашырыу эшенә А. Сабиров, М. Шайкамалов һәм башҡалар тотондо”, – тип хәтерләй Илдус Һәҙиулла улы. 1982 йылда И. Әхмәҙуллинды ПУЖКХ (халыҡ телендә – комхоз) етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр, унда 12 йыл эшләй. “Мин ауыл Советтары террито- рияһын төҙөкләндереүҙе өҫтөнлөклө мәьәләләрҙең береһе итеп күҙ уңында тоттом. Һәр йыл һайын ауылдар эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереү айлыҡтары иғлан иттек. Үҙебеҙҙә эштең ҡиммәтен кәметеүсе ваҡ таш, ҡом-таш карьерҙарын үҙләштерҙек. Миңә, халыҡҡа уңай йәшәү шарттарын тыуҙырыу өсөн, бар тармаҡтарҙы бер урынға туплау мөмкинселеге тейҙе. Район ойошмала- ры: “Водоканал”, “Электросеть”, “Теплосеть” бер булып яҡшы эшләне”, – тип һөйләй элекке етәксе. Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе башлығы Р. Мирғәлин менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләй, ауылдаштарҙың килеп тыуған проблемаларын бергәләп хәл итәләр. “Илдус Һәҙиулла улы яуаплы етәксе булды. Был бик яуаплы һәм мөһим өлкәлә бар мәсьәләне лә еңел генә сисеп булмай, халыҡҡа ярҙам итеү теләге ҙур булғанлыҡтан, ҡарап тороуға тормошҡа ашырып булмаҫтай тойолған эштәрҙе лә еренә еткерә ине”, – тип һөйләй Рим Риф улы. Хаҡлы ялға сыҡҡан Илдус Һәҙиулла улына баҙар директоры вазифаһын тәҡдим итәләр. И. Әхмәҙуллин был өлкәлә лә үҙен яҡшы етәксе итеп күрһәтә, һатыусыларға һәм һатып алыусыларға уңайлы шарттар булдыра. Ә 2004 йылда Р. Мирғәлин уны ауыл ҡәберлеген ҡараусы итеп саҡыра. ”Ошондай ауыр йөктө үҙенә алған хеҙмәт ветеранына мин сикһеҙ рәхмәтлемен”, – ти элекке ауыл хакимиәте башлығы. Ял ваҡыттарын ветеран сәнғәткә һәм спортҡа бағышлай. Ул бөгөн дә халыҡ араһында ҡайнап йәшәй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, көйҙәр яҙа, йырҙары менән тамашасыларҙы ҡыуандыра, спорт менән шөғөлләнә. Үткән йыл көҙ ГТО нормативтарын “алтын значок”ҡа тапшыра. Бер нәмәгә лә битараф булмаған кеше район гәзитендә экология, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү һәм башҡа темалар буйынса сығыш яһай. Уны Үрге Ҡыйғыла бер тауыштан аҡһаҡалдар советы рәйесе итеп һайлағандар. Илдус Һаҙиулла улы ғаилә йәнле кеше, хәстәрлекле атай һәм олатай. Тормош иптәше – табип Флүрә Миңлеғәлим ҡыҙы менән улдары Рөстәмде тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөнгө көндә улдары Үрге Ҡыйғы лицейы директоры вазифаһын башҡара.
Л. Саҙретдинова.
Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: