Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2018, 18:52

Тырышлыҡ - ҙурлыҡ

Ошо көндәрҙә “ Б а ш к и р а в т о д о р ” акционерҙар ойошмаһы филиалы – Ҡыйғы юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы кладовщик-диспетчеры Ирина Кәримйән ҡыҙы Камалетдинова юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Ошо көндәрҙә “ Б а ш к и р а в т о д о р ” акционерҙар ойошмаһы филиалы – Ҡыйғы юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы кладовщик-диспетчеры Ирина Кәримйән ҡыҙы Камалетдинова юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

“ Б ү л ә к л ә н е ү с е л ә р араһында төрлө һөнәр эйәләре һәм төрлө йүнәлештә эшләүселәр бар. Беҙ һәр тармаҡта үҙ өлкәләрен алға әйҙәүсе, маҡтауға лайыҡ кешеләрҙе күрәбеҙ. Был беҙҙең илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн бик мөһим. Тырышып хеҙмәт итеүегеҙ һәм һеҙҙең булғанығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт!”– тине Республика башлығы Р. Хәмитов алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырғанда. Был тармаҡта И. Камалетдинова 23 йыл хеҙмәт итә. Уға тиклем райондың “Агроснаб” берләшмәһендә бухгалтер булып эшләй. Предприятиеның уңышлы эшләүендә уның өлөшө ҙур. Филиал мастеры Р. Хажиев: “Ирина Кәримйән ҡыҙы – яуаплы һәм эшһөйәр хеҙмәткәр. Үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара, – тип һөйләй. – Ул эшкә һәләтлелеге менән айырылып тора, бик күп көндәлек эштәрен бына тигән итеп башҡарып сыға. Кладовщик булараҡ, тауар- матди ҡиммәттәрҙе тейешенсә ҡабул итеп ала, һаҡлай һәм биреп ебәрә. Беҙҙең ойошмала барлыҡ документация тейешенсә алып барыла”. Бынан тыш, И. Камалетдиноваға диспетчер эше лә йөкмәтелгән. Әйтергә кәрәк, юлсыларҙың эш көнө уның кабинетынан башлана. Бында һәр көн водителдәргә һәм механизаторҙарға юл ҡағыҙҙары тултырыла. Үтелгән юлға тотолған яғыулыҡ-майлау материалдары иҫәбен ҡәтғи һәм дөрөҫ итеп алып барыу барлыҡ эшселәрҙе тәртиптә тоторға ярҙам итә. Ирина Кәримйән ҡыҙы һәр нәмәнең тәртиптә булыуын ярата, шул уҡ ваҡытта ул яҡшы күңелле лә. Ошо барлыҡ сифаттары өсөн коллектив уны хөрмәт итә, кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Уға 1-С8 программаһына ярашлы райондағы автомобиль юлдарының торошо тураһында техник мәғлүмәтте йыйыу, эшкәртеү һәм юғары ойошмаларға тапшырыу эше лә йөкмәтелгән. Юл эштәре ҡыҙыу барған осорҙа, бар коллектив кеүек, уға ла ял һәм байрам көндәрендә лә эшләргә тура килә. Тырыш хеҙмәттәре өсөн ул күп тапҡырҙар район хакимиәте һәм “Башкиравтодор” акционерҙар ойошмаһы почет грамоталары менән бүләкләнгән. Хеҙмәттәштәре уның эшсәнлеген, намыҫлылығын, принципиаллеген берҙәм билдәләй. Ирина Кәримйән ҡыҙы яҡшы әсәй, ышаныслы тормош юлдашы ла. Район үҙәк дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә водитель булып эшләүсе тормош иптәше Рәүил Әхмәт улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Эльвина экономист һөнәрен үҙләштереп, әлеге көндә Сорғот ҡалаһында эшләп йөрөй, улдары Рәмил Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курсында белем ала.
Л. Саҙретдинова,
Автор фотоһы.

Читайте нас: