Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2018, 18:44

“Законды ихтирам итеү – үҙеңде һәм тирә-йүндәгеләрҙе ихтирам итеү ул”

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү буйынса комиссияның ултырышы үтте. Уның эшендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, ойошма-учреждениелар белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов алып барҙы.

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү буйынса комиссияның ултырышы үтте. Уның эшендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, ойошма-учреждениелар белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов алып барҙы.

2018 йылдың 1-се кварталында муниципаль районда ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙарға анализ, һуңғы ваҡытта “Олимп” кафеһында булған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Н. Абдуллин сығыш яһаны. Ул билдәләп үтеүенсә, 2017 йылдың ярашлы осоро менән сағыштырғанда, районда енәйәт ҡылыу осраҡтары кәмегән. Урлашыуҙар – 100 процентҡа, мутлыҡ ҡылыу осраҡтары 80 процентҡа асылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре спиртлы продукция менән законһыҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын бойомға ашырған. Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһенең “Ҡалҡан” ирекле халыҡ дружинаһы эше тураһында отряд етәксеһе Р. Ҡазиханов отчет бирҙе. Уның әйтеүенсә, халыҡ дружинаһы 14 кешене берләштерә. 2017 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениелары педагогтары менән берлектә дружинниктар йәмәғәт тәртибен һаҡлауға йүнәлтелгән 40 сара үткәргән. Район үҙәге территорияһын ҡарап йөрөү барышында 25 йәмәғәт тәртибен боҙоу факты: йәмәғәт урындарында, балалар майҙансыҡтарында спиртлы эсемлектәр эсеү, “комендант сәғәте”нән һуң бәлиғ булмаған балаларҙың урамда йөрөү осраҡтары киҫәтелгән. Бынан тыш, халыҡ дружинаһы ағзалары “Йәшлек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы белгестәре менән берлектә халыҡ, уҡыусылар һәм йәштәр араһында терроризм, экстремизм күренештәрен киҫәтеү буйынса аңлатыу эше алып бара. Доклад буйынса фекер алышыу барышында ултырышта ҡатнашыусылар ирекле халыҡ дружинаһының йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҙур роль уйнауын, уны һәр ауыл биләмәһендә булдырырға кәрәклеген таныны. Арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү тураһында хакимиәт башлығы Р. Вәлиуллин бәйән итте. 2017 йылда ауыл биләмәһе территорияһында бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән 8 ғаилә имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә торған. Уларҙың өсөһө, үҙ хаталарын аңлап, йәшәү рәүешен үҙгәрткән һәм иҫәптән төшөрөлгән. Ауыл биләмәһендә эскелек менән мауыҡҡан һәм амораль тормош алып барған тағы 8 ғаилә бар. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең профилактика советы мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәре, полицияның участка вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Доклад буйынса фекер алышыуҙар барышында ауыл биләмәләре башлыҡтары билдәләп үтеүенсә, яза сараларының йомшаҡлығы арҡаһында һәм иҫбатлау ҡыйын булғанлыҡтан, законһыҙ рәүештә алкоголле продукция һатыусыларҙы язаға тарттырыу ҡатмарлы. Улар бының менән оҫта файҙалана ла. Барлыҡ структураларҙың, вазифалы кешеләрҙең, битараф булмаған граждандарҙың берлектәге тырышлығы менән генә ауылдаштары һаулығында аҡса эшләгән бындай намыҫһыҙ әҙәмдәрҙе тыйып буласаҡ. Докладсыларҙы тыңлағандан һәм барлыҡ мәғлүмәтте тикшергәндән һуң Комиссия ошондай ҡарарҙар сығарҙы: ауыл биләмәләре хакимиәттәре ҡарамағында эшләүсе социаль-профилактик үҙәктәрҙең эскелекте, енәйәттәрҙе киҫәтеү, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эшләүен әүҙемләштерергә; ауыр тормош хәлендәге ғаиләләр менән көнкүрештә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү, янғын хәүефһеҙлеге буйынса эш алып барырға; халыҡ ял иткән күңел асыу объекттары хужаларына хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә, видеокүҙәтеү камералары ҡуйырға, территория периметры буйлап урамды яҡтыртыуҙы ойошторорға тәҡдим итергә.

С. Исмәғилева яҙып алды.

Читайте нас: