Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Май 2018, 17:50

“ДИН – УЛ НӘСИХӘТ”

Ошо исем менән билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хажи Сәләх Суҡбаев менән уның рухи остазы – Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла улы эшмәкәрлегендә башҡорт телендә китап баҫылып сыҡты. Был китап аңлайышлы итеп яҙылған, еңел уҡыла.

Ошо исем менән билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хажи Сәләх Суҡбаев менән уның рухи остазы – Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла улы эшмәкәрлегендә башҡорт телендә китап баҫылып сыҡты. Был китап аңлайышлы итеп яҙылған, еңел уҡыла.

Был китап дин тәғлимәттәре тураһында – ул изге кәңәштәр бирә, дөрөҫ юлды һайлай белергә өгөтләй, Аллаһы Тәғәлә һәм уның илсеһе Мөхәммәт пәйғәмбәр ризалығы өсөн бер- беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ тигән төплө аҡыл бирә.

Ә бит һәр заманда китаптар – уҡыр өсөн яҙылған, төрлө риүәйәттәр тыңлар өсөн һөйләнгән, нәсихәттәр фәһем алыу, тәрбиәле булыу өсөн бирелгән. Диндең төп ҡағиҙәһе – Аллаһтың бойороуҙарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәү.

Ҡөрьән өйрәнеүҙәге ихласлыҡ, ниәттәр паклығы бәндәне шайтан ҡотҡоһона бирелеп китеүҙән ҡурсалай. Иң төп кәңәше – түҙемлек, ә түҙемлек – яҡтылыҡ, сафлыҡ билдәһе, киң күңелле, изгелекле булыу төшөнсәһе. Түҙемле була белгән кешеләр изге йәндәр рәтендә буласаҡ. Әҙәм балаһы үҙендә Аллаһы Тәғәлә тыйғандарҙы эшләүҙән баш тартырға көс-ҡөҙрәт таба белергә тейеш. Икенсе мөһим нәсихәттәрҙең береһе – бер ваҡытта ла кешене һүҙ менән дә, яман эш менән дә рәнйетмәү.

“Мәрхүмдәрҙе тик яҡшы һүҙ менән генә иҫкә алырға кәрәк. Теге донъяла улар һеҙҙән башҡа ла ҡылған эштәренә яуап бирәсәктәр.

Яҙмыштар китабы был кеше өсөн ябыҡ булған осраҡта ла, уның ҡылған изгелектәре, башҡарған эштәре, биргән белемдәре, мәсеттә үткәргән ваҡыттары сауаптар булып әйләнеп ҡайтасаҡ,” – тип әйтелә был китапта.

Ышаныу беҙгә тормошта дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итә, эске хистәребеҙҙе, күңелебеҙҙе нурлай. Иманлы кеше тик ыңғай һүҙҙәр генә һөйләй, кешеләргә ҡарата яҡшы ҡарашта була, етемдәрҙең һәм ҡарт-ҡороноң ризығын тартып алмай.

Китап кешеләргә ышанырға өндәй, уларҙан яҡшы һүҙҙәр көтөргә өйрәтә, ә киреһенсә, насарлыҡтарға юрарға түгел. Китап биттәрендә, кешелектең яҡшылыҡҡа ҡарай үҙгәреүендә фәндең ыңғай йоғонтоһо ла билдәләнеп үтә. Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ. в.с.) ошондай кәңәш әйтеп ҡалдырған: “Кеше ғилемгә бишектән алып, һуңғы һулышына тиклем ынтылырға тейеш”.

Был китапта, шулай уҡ, пәйғәмбәрҙәрҙең тормошонан, көндәлек тормошта кәрәкле булған хәҙистәр һәм аяттар килтерелгән, Изге Ҡөрьәндән иртәле-кисле уҡый торған аяттар бирелгән.

“Әгәр кешенең теләктәре изге булһа, теге донъяла, уға барыһы ла яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайтасаҡ. Аллаһы Тәғәлә ул – яҡлаусы һәм һаҡлаусы. Әгәр кеше һеҙгә ҡарата яҡшы мөғәләмәлә икән, һеҙ ҙә уға яҡшылыҡ менән ҡайтарығыҙ. Бар эшләгән эштәрегеҙҙе Тәңребеҙ белеп һәм күреп тора”, – тип әйтелә бер аятында.

Был китапты уҡып сыҡһағыҙ, үҙегеҙ барыһын да аңларһығыҙ, күңелегеҙҙә нур, йәнегеҙҙә еңеллек тойорһоғоҙ.
Л. Ибраһимова.

Читайте нас: