Уны район хакимиәте һәм халыҡ ижады методик үҙәге ойошторҙо. Ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, матур ғаилә ялы төрҙәрен популярлаштырыу, ҡатнашыусылар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре уятыу, республика конкурсында ҡатнашыу өсөн талантлы ғаиләләрҙе һайлап алыу был сараның төп маҡсаттары булып торҙо. Төрлө ауыл биләмәләрендә йәшәүсе иң ҡыйыу, татыу һәм талантлы 5 ғаилә район мәҙәниәт йорто сәхнәһенә күтәрелде. Улар фойеға фотоһүрәттәр, декоратив-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре күргәҙмәһен әҙерләгәйне, сәхнәлә визит картаһы менән сығыш яһаны, кулинар һәм бейеү сәнғәттәрендә көс һынашты. Абзай ауылынан Резида һәм Салауат Мәхмүтовтар ғаиләһе ете быуынға тиклем үҙ шәжәрәһен белә. Улар 1772 йылдан алып үҙ ырыуы тарихын бәйән итте. Был ғаилә сарала ҡатнашыусы иң ҙур ғаилә ине, “Ғаилә ҡомартҡыларын файҙаланыу өсөн” номинацияһында уларға тиңләшеүсе булманы. Сүрбай ауылынан Юлиә һәм Арухан Хизбуллиндарҙың девизы – “Ғаилә бәхете – беҙҙең балаларҙа”. Улар дүрт балалары менән барлыҡ заданиеларҙы уңышлы үтәне һәм “Йыр-моңло ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Гөлсәсәк һәм Илшат Йыһанги- ровтар ғаиләһе башҡаларҙан һис тә ҡалышманы. Уларҙың девизы – “Ғаилә йәшәһә, дәүләт тә йәшәр”. “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында еңеү яуланылар. “Иң спорт һөйөүсән ғаилә” номинацияһында Үрге Ҡыйғы ауылынан Регина һәм Леонид Ғәниевтәр билдәләп үтелде. Улар ике улдары менән төрлө спорт сараларында ҡатнашалар, айырыуса саңғы спортын һәм сәйәхәтте үҙ итәләр. Кулинар конкурсҡа был ғаилә спорт кубогы формаһында сәс-сәк, футбол тубы рәүешендә торт әҙерләгәйне. Бейеү конкурсында ритмик спорт бейеүен күрһәттеләр. Гран-прины Ләүзә ауылынан дүрт балалары менән Татьяна һәм Андрей Головатовтар яуланы. Был эшһөйәр һәм талантлы фермерҙар ғаиләһе тәрән йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа менән сығыш яһаны. Ғаилә – бәхет утрауы, тип иҫәпләй улар. Конкурсҡа әҙерлектә Ләүзә ауылы мәҙәниәт йорто өлкән методисы Т. Трясцина ҙур ярҙам күрһәткән. Шуныһы һөйөнөслө: ауылдарҙа йәшәүселәр эшләргә генә түгел, матур итеп ял итергә лә белә. Конкурста ҡатнашыусылар дипломдарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Кисәне район мәҙәниәт йорто артистары музыкаль номерҙар менән биҙәне. Сара барыһының да күңеленә хуш килде.