– Андрей Александрович, бөгөнгө эшмәкәрлегегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле. – Мин 2015 йылдан беҙҙең ауыл биләмәһендә халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнәм. Тәүлегенә уртаса 700–800 кг һөт йыйыла. 2017 йылда йәмғеһе 160 тонна һөт йыйҙым. Продукцияны литрын 13 һумға “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” ЯСЙ-һына тапшырам. Һатып алыу хаҡы түбән. Ошоға бәйле, беҙ туранан-тура үҙебеҙҙең ауылда һөт эшкәртеү буйынса ҡулланыусылар кооперативы төҙөргә булдыҡ. – Һеҙҙең кооператив төркөмөнә кемдәр инә? Матди-техник базағыҙ ниндәй? – Беҙҙең төркөмгә 2 крәҫтиән- фермер хужалығы (етәкселәре Ж. Агаева һәм Т. Трощицева), 8 шәхси хужалыҡ тотоусы граждан инә. Минең үҙемдең ике тракторым (“МТЗ- 82” һәм “Т-25”), һөт ташыу өсөн автомобилем (1 т һыйҙырышлы), 100 га ер участкам бар. Быйыл 15 гектарҙа фураж культуралары: һоло һәм арпа сәсергә ниәтләйем. Беҙҙең ғаилә 12 баш һыйыр, 8 баш йәш һыйыр малы, 9 быҙау аҫрай. Тағы ла һарыҡтарыбыҙ һәм ҡош-ҡортобоҙ бар. Әгәр конкурста еңеп сыҡһаҡ, ауыл биләмәһе хакимиәте беҙгә элекке балалар баҡсаһы бинаһын бирергә әҙер, унда канализация үткән, һыу скважинаһы бар. – Проектҡа ярашлы, ниндәй эштәр планлаштырыла? – Проект артабан эшкәртеү буйынса өҫтәмә операциялар башҡарыу менән һөт сеймалын йыйыу, һаҡлау, таҙартыу һәм һыуытыуҙы күҙ уңында тота. Йомшаҡ сыр, эремсек һәм башҡа һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнергә теләр инек. – Һеҙгә ниндәй ҡорамалдар талап ителә? – Тәүлегенә 1500 литр һөттө эшкәртеү өсөн һыуытҡыс, сыр ҡайнатыу ҡорамалы, төрөү машинкаһы, һыуытҡыс, ҡаймаҡ айырғыс, май яһағыс талап ителә. Йәмғеһе 3 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк. 365 тонна һөттө эшкәртеү, йылына 40 тонна сыр етештереү планлаштырыла. – Хеҙмәт ресурстары мәсьәләһе нисек хәл ителәсәк? – Кооперативҡа шәхси хужалыҡ- тар эйәләрен, КФХ ағзаларын – 23-ләп кешене йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса пландарыбыҙ бар. Яңы эш урындары булдырыу – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. – Әҙер продукцияны һатыу проб- лемаһын нисек хәл итергә уйлайһығыҙ? – Бының өсөн продукцияны сертифициялау, уның сифатын контролләү ойоштороласаҡ. Республика Ауыл хужалығы министрлығы һәм Республика ауыл хужалығы консуль- тациялары үҙәге беҙгә продукцияны һатыу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Ведомство белгестәре иҫәпләүенсә, етештерелгән продукция үҙебеҙҙең республикала үҙ ҡулланыу- сыларын табырға тейеш.