Тәскирә Миржан ҡыҙы Ғимаҙиева матур тәбиғәтле Абзай ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән уның йүгереп түгел, ер өҫтөнән һәр саҡ осоп йөрөгөһө килә. Һуңыраҡ барыһы ла аңлашыла – ул бейейәсәк. “Физкультура уҡытыусыһы Рәүзиә Хүстәмова минең һәләтемде күреп, акробатика түңәрәгенә саҡырҙы. Шул ваҡыттан алып акробатика менән “ауырый” башланым,” – тип хәтерләй Тәскирә Миржан ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, яҡындарының өгөтләүе буйынса, Мәләүез ҡалаһындағы һөт сәнәғәте техникумына уҡырға инә. Аяҡтар бейергә һорағанда, күңел моңға сорналғанда, бер урында ултырып сыҙап буламы һуң? Ҡыҙ уҡыуын ташлап, Өфө ҡалаһындағы Мәскәү цирк-эстрада училищеһы филиалына уҡырға инә. Ижад юлын Мәскәү дәүләт циркында башлай. Ошо йылдарҙа Өфө дәүләт циркы асыла, ҙур конкурс һынауҙарын үтеп, Тәскирә цирк труппаһында эш башлай. Совет армияһы сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ауылдашы Радик Ғимаҙиев һөйгән ҡыҙы эргәһенә килә. Уны бик теләп, цирк аттарын өйрәтеү эшенә алалар. Тәскирә уның менән ике номер әҙерләй. Өс ҡыҙ: Т. Ғимаҙиева, Л. Мусина һәм Р. Шәйәхмәтовалар үҙҙәренең иң уңышлы номерҙары менән Советтар Союзы ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөйҙәр, һәр ҡайҙа уларҙы уңыш көтә. Ҡатмарлы акробатик трюктар яһағаны өсөн 1979 йылда уның исеме цирк энциклопедияһына индерелә. Труппаны Париж ареналары көтә. Әммә уйламаған ерҙән бәлә килә. Ырымбур циркында, аттарҙы өйрәткән саҡта, уның тормош иптәше Радик Ҡазый улы ҡаты йәрәхәтләнә. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, бәләкәй генә улдары Илһам менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Талантлы цирк артисткаһын мәктәптә прионервожатый эше көтә. Бында ул балаларҙы бейергә һәм акробатикаға өйрәтә. “Тамсылар” һәм “Сулпылар” исемле ике бейеү төркөмө ойоштора. Ошо ваҡыт эсендә 12 бейеү һалырға өлгөрә, улар араһында “Гөлнәзирә”, “Хәтирә”, “Ете ҡыҙ”, “Перовский”, “Дүрт егет” кеүек ҡатмарлылары бар. Т. Ғимаҙиева етәкләгән бейеү коллективы фестивалдәр һәм конкурстар дипломдарына лайыҡ була. Тәскирә Миржан ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамларға ла өлгөрә. 1995 йылда уны ауылдағы мәҙәниәт йортона директор вазифаһына эшкә саҡыралар. Элекке магазин бинаһын мәҙәниәт усағы итеп реконструкциялау эшенә тотона, бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бөгөн дә был йылы, таҙа, ыҡсым бинала төрлө саралар ойошторола. Бер урында ғына тапанырға яратмаған талантлы ойоштороусы ауылдаштарының ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү теләге менән яңынын-яңы саралар уйлап таба. Халыҡ йырҙарын башҡарырға яратыусыларҙы “Ынйыҡай” фольклор төркөмөнә берләштерә. Республика һәм зона фестивалдәрендә сығыш яһап, ижади коллектив беренсе һәм икенсе дәрәжә дипломдарына лайыҡ булған. Уның икенсе ҙур ҡаҙанышы – Абзай ауылы театрын тергеҙеүе. Әйтергә кәрәк, был өлкәлә лә яҡшы уңыштарға өлгәшә. “Гүзәл” театры И. Абдуллин, Ф. Бүләков, К. Аҡбашев, Г. Исхаҡов, Т. Миннуллин, Ә. Яхина , Р. Сафиндарҙың пьесалары буйынса ҡатмарлы спектаклдәр ҡуйыу эшенә тотона. 2010 йылда театр “Халыҡ” исемен яулай. Тәскирә Миржан ҡыҙының ижад юлы 40 йыл тәшкил итә. Ул үҙенең өс балаһын да бейергә өйрәтә. Кесе улы Илфат үҙен бейеү сәнғәтенә бағышлаған, Мәскәү ҡалаһында Р. Нурыев исемендәге хореография училищеһын тамамлап, бөгөн Нефтекама ҡалаһындағы филармонияла эшләй, республиканың һәм илдең бик күп сәхнәләрендә сығыш яһай. Оло улы Илһам матур итеп йырлай, ҡыҙы Алһыу бейей, ейәнсәре Дания скрипкала уйнай, Гөлназ бейеү төркөмөндә шөғөлләнә, Илгиз – ҡурайсы, ә өлкән ейәне Данир “Тамыр” студияһында шөғөлләнә, быйыл уның алдында сит илгә турне көтөлә. Тәскирә Миржан ҡыҙы – ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ветерандарҙың фольклор коллективының алмаштырғыһыҙ ағзаһы. Тыуған ауылында мәсет асыуға бик күп көс һәм тырышлыҡ һалған ул.