Беҙҙең Ҡыйғы
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2018, 13:54

ЯҠШЫ ТРАДИцИЯЛАРҙЫ ДАУАМ ИТЕП

7 июль – Ҡулланыусылар кооперацияһы көнө

Башҡортостан ҡулланыусылар союзы системаһы быйыл 102 йыллығын билдәләй.Байрам алдынан беҙ ошо система ветераны Валентина Яковлевна Моратшина менән осраштыҡ. Яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙе, һоҡланғыс етәксене бик күп ҡыйғылар яҡшы белә, уның хеҙмәт стажы 42 йыл тәшкил итә.

Валентина Яковлевна сығышы менән Силәбе өлкәһе Вязовая ҡасабаһынан. 1970 йылда Бакал ҡалаһында сауҙа-кулинария училищеһын тамамлап, беҙҙең районға килә һәм дөйөм туҡланыу производство берекмәһе системаһында эш башлай. Бер йылдан уны – бухгалтер, ә һуңыраҡ директорҙың производство буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан 15 йыл предприятие директоры була. Валентина Яковлевна “Ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн” ордены, “Ҡулланыусылар кооперацияһындағы намыҫлы хеҙмәт өсөн” Почет билдәһе, Башпотребсоюз Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Валентина Яковлевна үҙенең коллегалары, ҡулланыусылар кооперацияһы тарихы тураһында тәрән тойғолар менән һөйләй: “Ҡыйғы районында ҡулланыусылар кооперацияһы башында ике класлы мәктәп уҡытыусыһы Еникеев менән агроном Вилданов тора. Улар көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар һатыуҙы ойоштора. 1930 йылда ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте (сельпо) Уставы була инде, районда улар 30-ҙан ашыу иҫәпләнә. Һуңыраҡ яңы типтағы магазиндар: сельмаг, культмаг һәм хужалыҡ магазиндары төҙөлә. Уларҙы махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыу башлана. Был хеҙмәткә Вәхитов, Ҡудашев, Йомағоловтар кеүек яңы етәкселәр килә. Уларҙың эшмәкәрлеген район ҡулланыусылар йәмғиәте (райпо) көйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуңыраҡ район ҡулланыусылар союзын Ҡ. Шәйкамалов, М. Ғарипов, Кәримов, К. Ғиззәтуллин, Б. Әхмәтов, К Никифоров , В . Таһиров , А. Нәжипов, Р. Моратшин, Т. Вәлиев, Р. Әхтәрова, Г. Үзбәкова, Ф. Закирова, Г. Шакировтар етәкләй. Үрге Ҡыйғы сельпоһы рәйесе итеп бер нисә тапҡыр Ш. Әхмәтшин менән А. Нәзиров һайлана”. Билдәләп үтергә кәрәк, Рәмил Сәйҙәхмәт улы Моратшин етәкселек иткән йылдарҙа районда бик күп магазиндар төҙөлә һәм файҙаланыуға индерелә. Хеҙмәт ветераны Фруза Вәли ҡыҙы Ғибаҙуллина 1985–1992 йылдарҙа Ҡыйғы икмәк комбинаты директоры була. “Һуғыш осоронда Үрге Ҡыйғы ауылында пекарня мөдире булып В. Ғайнанова эшләй. Икмәк бешереүселәр Н. Миңлебаева, М. Фәхретдинова, С. Мөхәмәтшина, С. Хафизова, М. Әхмәтшина, М. Йыһануров, М. Шәрифуллин, Ю. Сәмсимөхәмәтов, В. Йәннуров, Л. Головатова, Р. Зәйнәҡова, технолог М. Әлбиева һәм башҡалар бик йылдар район именлегенә эшләне. Һуңыраҡ яңы линия һәм яңы мейес ҡуйылғас, район халҡын икмәк-булка изделиелары менән 60 кеше тәьмин итте, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы ауылында – 32 кеше. Эш өс сменала алып барылды, сменаһына 2 тонна икмәк бешерелде, шул иҫәптән Ләүзә пекарняһында – 1 т, Түбәнге Ҡыйғы һәм Арыҫланда – 0,5-әр тонна. Икмәк ҡомалаҡ әсеткеһе ярҙамында бешерелде, ҡомалаҡ халыҡтан һатып алынды. Беҙҙең предприятие йылға йомғаҡ яһалғанда икмәк-булка изделиелары сифаты буйынса призлы урындар яуланы”. Ул йылдарҙа әҙерләүҙәр тармағы уңышлы эшләне. Был турала беҙгә хеҙмәт ветераны, РФ- ның ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы Сәүиә Ҡәйүм ҡыҙы Хәкимова һөйләне. Ул ошо системала 1973 йылдан башлап 28 йыл эшләгән. “Ҡыйғы райпоһының әҙерләүҙәр контораһы директоры булып 1984 йылда эшләй башланым. Беҙҙең ҡабул итеү- әҙерләү пункты 40-тан ашыу сеймал әҙерләй торғайны. Беҙгә автопокрышка, һөйәк, полиэтилен, һарыҡ йөнө, мал тиреһе, йәнлек тиреһе, ит, картуф, йәшелсә, йомортҡа әҙерләү буйынса план- наряд ебәрелә ине. Тәүге йылда уҡ беҙ 10 мең тонна картуф, шул иҫәптән халыҡтан 8 мең тонна йыя алдыҡ. Өс йыл дауамында Куба республикаһына картуф оҙаттыҡ. Бының өсөн яҡшылап эшләргә – кәрәкле фракциялы бүлбеләрҙе һайлап алырға, махсус йәшниктәргә тултырырға, материалды экспертизаға тапшырырға кәрәк була торғайны. Беҙ 50-нән ашыу тоннаны Өфөгә илтеп ҡуйҙыҡ, артабан ул азатлыҡ утрауына ебәрелде. Сифат яғынан дәғүәләр булманы. Шулай уҡ беҙҙең коллектив дарыу үләндәре, бәшмәк, төрлө йәшелсә йыйыу менән шөғөлләнде. Ҡаҙаяҡтың йәш үренделәренә һорау булды, уны Японияға оҙата торғайнылар. Әҙерләү процесы өсөн склад мөдирҙәре Г. Рәхимов менән А. Йосопова яуап тотто. Беҙҙең сеймалға алмашҡа беҙ Япониянан радиоаппаратура һәм башҡа тауарҙар алдыҡ. Мал тиреһе Стәрлетамаҡ ҡалаһына аяҡ кейемдәре фабрикаһына оҙатылыр ине, ә унан әҙер аяҡ кейемдәре килтерелде. Үҙебеҙҙең “магазин-әҙерләүҙәр пункты” булды, унда Наилә һәм Ринат Дәүләтовтар намыҫлы эшләне. Бынан тыш, кәбеҫтә тоҙлау менән шөғөлләндек, газлы һыу етештереү буйынса цех эшләне. цех менән Р. Әминева етәкселек итте. Беҙ барлыҡ йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнаштыҡ, унда беҙҙең продукцияны тиҙ арала алып бөтә торғайнылар. Бынан тыш, беҙҙең предприя- тиеның ярҙамсы хужалығы булдыҡ, сусҡа үрсеттек, улар 200 башҡа етә торғайны. Коллективта 40-тан ашыу кеше эшләне. Барлыҡ исемдәрҙе һанап бөтөү мөмкин түгел, ләкин улар беҙҙең район халҡына ҙур файҙа килтерҙе”. Бөгөн И. Федорова етәксе- легендәге “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы хужалыҡ эшмәкәр- леген үҫтереүен дауам итә, район үҫеше өсөн социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл итеүгә өлөш индерә. Улар тарафынан айына 3 тоннаға тиклем бойҙай, 2 тоннаға тиклем арыш икмәге, 1,5 тоннаға тиклем кондитер изделиелар, 1,5 тоннаға тиклем кулинар изделиелар, 0,5 тоннаға тиклем иттән ярымфабрикаттар етештерелә. Хеҙмәт коллективы 23 кешенән тора, бында үҙ эшен яратыусы ҡулланыусылар кооперацияһы ветерандары: В. Ғәлиева, Н. Әхмәтова. Г. Сабитова, З. Ғатауллина, Л. Ғайнанова, И. Кәлимуллина, А. Сибәғәтуллина намыҫлы эшләй. Хеҙмәт ветераны Ф. Йыһанурова һәм башҡалар һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙамлаша.
Л. Саҙретдинова.
Фотолар авторҙан.

Читайте нас