Ғаилә башлығы ФларитБаймөхәмәт улы сығышы менән Түбәнге Ҡыйғы ауылынан, тау-керамика техникумын тамамлаған, һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе. Совет Армияһы сафында готта ҡалаһында (ГДР) мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайта. Бүлексә командиры, взвод командиры урынбаҫары була. Сержант Ф. Миңләхмәтовты армия йәштәре комсомол башлығы итеп һайлап ҡуя. Әрме хеҙмәтенән һуң күп йылдар ПМК- 964 төҙөлөш ойошмаһында прораб булып эшләй, профком рәйесе була. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бик күп наградаларға эйә. Хаҡлы ялға тиклем һигеҙ йыл Түбәнге Ҡыйғы ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. “Ғаиләне мин мосолман йолаһы буйынса төҙөнөм. Калинин исемендәге колхозда водитель булып эшләүсе ике туған ағайым Фәрит автомобиль аварияһында һәләк булғас, уның ике улы һәм ҡатыны Римма терәк- таянысһыҙ тороп ҡалды. Бер аҙ уйлағас, мин мәрхүм туғанымдың тол ҡатынына өйләнергә булдым. Римма – бик эшһөйәр һәм яуаплы ҡатын, һәр ерҙә тәртип ярата. Мин төҙөлөштә эшләгәнлектән, балаларҙы тәрбиәләү һәм йорт хужалығы нигеҙҙә уның иңенә ятты. Барыһына ла өлгөрҙө. Ул бик ғәҙел кеше. Тоғролоҡ беҙҙең ғаиләлә төп ҡиммәт булып тора,” – тип һөйләй Фларит Баймөхәмәт улы. Римма Ринат ҡыҙы һөнәре буйынса ашнаҡсы-кондитер, Калинин исемендәге колхозда ашнаҡсы булып эшләгән. “Фларит беҙҙең балаларҙы ярата, улар менән уйнай, мотоциклда, атта йөрөргә өйрәтә торғайны. Уның мөнәсәбәтен күреп, кейәүгә сығырға тәҡдим иткәс, һис икеләнеүһеҙ ризалаштым. Беҙҙең тағы ике улыбыҙ донъяға килде. Мин һәр саҡ балаларға, ғаиләлә иң мөһиме – атай, тип өйрәттем. Фларит алтын ҡуллы, изге күңелле кеше, һәр яҡлап миңә ярҙамлаша. Беҙ дүрт һыйыр, бик күп ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡсабыҙ ҙур. Бер- беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәйбеҙ,” – тип һөйләй Римма Ринат ҡыҙы үҙенең тормош иптәше тураһында. Миңләхмәтовтарҙың йорто әллә ҡайҙан матур булып күренеп ултыра. Һөнәре буйынса төҙөүсе булғанлыҡтан, ғаилә башлығы үҙ ғаиләһе өсөн уңайлы шарттар булдырған. Хужабикә төрлө аш-һыу әҙерләргә оҫта. Йәйгелеккә улар эргәһенә ейәнсәрҙәре ҡайта. Миңләхмәтовтар ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Фларит Баймөхәмәт улы ауыл биләмәһе ветерандары советы рәйесе булып тора, мәхәллә башлығы итеп тә һайланған. Римма Ринат ҡыҙының да яратҡан шөғөлдәре бар – “Аулаҡ өй” фольклор клубы ағзаһы булып тора, мандолинала уйнарға ярата. Ейәнсәре Азалияны ла был музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә. Йәнә лә ул ҡул эштәре буйынса район һәм төбәк конкурстарында ҡатнашып, еңеү яулаған. Бына ошондай тулы тормош менән йәшәй был ғаилә. Уларҙың йорто һәр саҡ бәхет-шатлыҡҡа тулы булһын.