Эшһөйәр һәм булдыҡлы Фәүлизә апай яуаплы вазифаларҙа эшләне. Башта “Йондоҙ” колхозында бухгалтер, ә аҙаҡ бар эшмәкәрлеген Ҡыйғы районының ҡулланыусылар кооперацияһында башҡарҙы. Йыланлы, Йүкәлекүл сауҙа предприятиеларында магазин мөдире булып эшләне. Һатып алыусылар тарафынан оло хөрмәткә эйә булды. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Фәүлизә Биктимер ҡыҙы “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, СССР Юғары Советының “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” юбилей миҙалы, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” значоктарына, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исеменә лайыҡ булды. Хеҙмәт ветераны һатып алыусыларға һәр ваҡыт мөләйем, алсаҡ йөҙлө булды, үҙ эшен бик етди һәм яуаплы башҡарҙы. Тормош иптәше Мөнир Шәйхетдин улы менән 49 йыл бергә ғүмер итәләр, яҡшы тәрбиә биреп, ике бала үҫтерҙеләр, улар матур донъя ҡорғандар, үҙҙәре балалар үҫтерәләр. Әйткәндәй, быйыл февралдә Фәүлизә апай 70 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Ибрай ауылында Фәүлизә һәм Мөнир Камалутдиновтарҙы тормош тәжрибәһе туплаған, хеҙмәт һөйөүсән кешеләр булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр.