Өмәләр ваҡытында парк сүп- сарҙан таҙартылған, ҡарт һәм серек ағастар бысып алынған, үлән сабылған. Хәҙер йүгереү юлы һалына, тәүҙә ҡырсынташ түшәлә, уның өҫтөнә асфальт йәйеләсәк. Быйыл 642 кв.м асфальт япмаһын ремонтлау, 978 кв.м яңы асфальт түшәү, 13 эскәмйә һәм сүп һауыттары, яҡтыртҡыс менән 25 бағана ҡуйыу, 600 м кабель һалыу, ИКС-1.25 тибындағы уйын майҙансығын урынлаштырыу планлаштырыла. Ошо уҡ программа буйынса 2018 йылда был ойошма Микрорайондағы 1-се, 2-се, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се йорттар эргәһендәге территорияларҙы капиталь ремонтлау менән дә шөғөлләнәсәк. 2230 кв.м асфальт япмаһы йүнәтеләсәк, 7 бағана, 11 эскәмйә һәм сүп һауыттары урынлаштырыласаҡ. Был эштәргә бүленгән сумма 2 миллион 348 мең һум тәшкил итә. Билдәләп үтергә кәрәк, “Ҡала мөхите” партия проекты сиктәрендә ихаталарҙы һәм ял урындарын: парктарҙы, скверҙарҙы һ.б. этаплап төҙөкләндереү тормошҡа ашырыла.