Был ҡыйыу ҡатын Рәдилә Миңлебаева – ауыл старостаһы булып сыҡты. Ә ат урындағы көтөүсенеке икән. Минең алдымда башҡаларҙың проблемаһына битараф булмаған, һәр нәмәгә иғтибарлы кеше тороуын аңланым. Рәдилә Әхәт ҡыҙы сығышы менән Туҡай ауылынан. 46 йыл элек уны бында тормош иптәше Миңнулла Тимербай улы алып ҡайта. Ғаилә башлығы Калинин исемендәге колхозда водитель, ә ҡатыны һауынсы булып эшләй. Икеһе лә алдынғылар рәтендә йөрөй. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөн улар үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Ауыл хужалығы предприятиеһы тарҡалғас, Миңлебаевтар мал үрсетеүгә тотона. Бөгөн уларҙың дүрт аты, өс һыйыры, йәш малдары, ҡошҡорто бар. Мал аҙығын бөтә ғаилә менән бергәләп әҙерләйҙәр. Уңған хужабикә һәр нәмәгә өлгөрә: һыйырҙарҙы һауып, һөттө эшкәртергә лә, баҡсала эшләргә лә. Буш минуттарында ҡулына ырғаҡ алып төрлө матур әйберҙәр бәйләй. Миңлебаевтарҙың ҡыҙыҡлы шөғөлө бар – икәүләп, бер- береһе менән ярышып, балыҡ тоторға яраталар. Рәдилә Әхәт ҡыҙы йәмәғәт эштәренә күп ваҡытын арнай. Урындағы зыяратты кәртәләү өсөн халыҡтан аҡса йыйыуҙы ойошторған. “Беҙҙең староста – эшһөйәр, кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл кеше. Ауыл биләмәһенең активисы булып тора. Бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ауылдаштары барлыҡ көндәлек мәсьәләләр менән уға мөрәжәғәт итә, һәр ҡайһыһына ярҙам күрһәтергә тырыша,” – ти Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы П. Руднев.