Тигеҙ ғүмер итеп, парлы булып алтын туйҙы үткәреү – бик һирәк ғаиләләрҙең генә өлөшөнә тейгән бәхет ул. 50 йыл элек яҙмыштарын бергә бәйләгән Фәғилә апай һәм Сәлимгәрәй ағай Ҡотдосовтар (Алағуз ауылы) тормош һынауҙарын намыҫ менән үтеп, бер- береһенә һәм кешеләргә ҡарата күңел йылыһын юғалтмайынса, мөхәббәттә- ренә тап төшөрмәйенсә ғүмер йомғағын һүтә.
“Ғаилә ҡороп, 50 йыл бергә үткән ғүмеребеҙ бер һулыштай ғына булды...” – ти улар. Алтын юбилярҙар – ауылда ихтирам яулаған кешеләр. Улар әҙәпле, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Күптәр өсөн өлгө булып торалар. Фәғилә Әүхәҙи ҡыҙы сығышы менән күрше Балаҡатай районынан. Буласаҡ тормош иптәше Сәлимгәрәй Гәрәй улы менән ошо ауылға ҡунаҡҡа килгәс таныша. Ныҡлы ғаилә ҡороп, тырыш хеҙмәттә ғүмер кисерә улар. Икеһе лә ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә совхозда эшләй. Ғаилә башлығы “Әбдрәзәк” совхозының Алағуз бүлексәһендә механизатор булып, Фәғилә апай фермала тир түгә. Биш балаға ғүмер бирәләр, уларҙы яҡшы кешеләр итеп үҫтерәләр, барыһына ла лайыҡлы белем биреп, аяҡҡа баҫырға ярҙам итәләр. Бөгөн ун ейәндәре, ике бүләләре бар. Ҡотдосовтар 14 йыл сирле әсәләрен ҡарай. Өс быуын бер өйҙә дустатыу ғүмер итә. Ләкин тормошта барыһы ла ал да гөл генә булып тормай. Йорттары янып, ҡаза күргәс, барлыҡ балалары, туғандары ярҙамға килде. Балалары бер булып, атай- әсәй нигеҙен йәй үткәнсе тергеҙеп тә ҡуйҙылар. Бына ул – ғаиләнең дуҫ-татыу, үҙ- ара ихтирамлы, иғтибарлы булыуы өлгөһө. Алтын парҙы ҡотларға бик күп туғандары, дуҫтары, ауылдаштары йыйылды. Башҡортостан Башлығы, Абзай ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән ҡотлау хаты һәм бүләктәр тапшырылды. “Алтын туй акты” төҙөлдө, юбилярҙар хөрмәтенә йырҙар яңғыраны, шиғырҙар уҡылды.