Ирина Фәйзелғаян ҡыҙы сығышы менән Ҡариҙел районы Хәлил ауылынан. “Минең ата-әсәйем мине бәләкәйҙән башланғыс класс уҡытыусыһы итеп күрҙе. Мин ғаиләлә иң өлкән бала инем һәм кесе туғандарымды “уҡыта”, “тәрбиәләй” торғайным. Ошолай итеп, буласаҡ һөнәремде бәләкәйҙән үк һайланым. Мәктәптән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһында белем алып, башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем. Уҡыған ваҡытта Түбәнге Ҡыйғы ауылы егете Мадрит Рәүил улы менән таныштым, ғаилә ҡорҙоҡ. 18 йыл Октябрь ауылы башланғыс мәктәбендә эшләнем, аҙ комплектлы мәктәптә белем биреү тәжрибәһенә эйә булдым. Һуңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге БДАУ-ҙы “Башланғыс белем биреү методикаһы” һөнәре буйынса тамамланым, 2012 йылда “Башҡорт филологияһы” һөнәре буйынса ҡайтанан әҙерлек үттем,” – тип һөйләй И. Вәлиәхмәтова. Бөгөн ул педагогтар араһында яңы идеялар инициаторы һәм ижадсы булараҡ билдәле, прогрессив эш алымдарын уңышлы файҙалана. Уның уҡыусылары төрлө кимәл конкурстарҙа еңеү яулай.
Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында Ләйсән Вәлиәхмәтова менән Нурсилә Иштуғанова “Глобус” олимпиадаһында беренсе урын яуланы, Данил Тарик башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе булды. Педагогтың уҡыусылары иншалар һәм шиғыр һөйләүселәр конкурс- тарында әүҙем ҡатнаша, тикше- ренеү эштәре менән шөғөлләнә. “Ирина Фәйзелғаян ҡыҙы – юғары категориялы уҡытыусы, ҙур тәжрибәгә эйә, юғары һөнәри кимәлдә эшләй. Дәрестәрендә ижад мөхите тыуҙыра белә, балалар менән тормош, әҙәби әҫәрҙәр, уларҙың авторҙары тураһында етди һөйләшеү ҡора. Ул балаларҙы үҙ эш-ҡылыҡтары өсөн яуаплы булырға өйрәтә, уларҙы уйлап эш итеүсән, ҡыҙыҡһыныусан шәхестәр итеп тәрбиәләй. И. Вәлиәхмәтова – ысын заман уҡытыусыһы. Уны балалар ярата, ата-әсәләр ихтирам итә,” – тип һөйләй Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе директоры Н. Богданова. Ирина Фәйзелғаян ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында абруй яулаған, күп йылдар филология циклы уҡытыусыларының мәктәп методик берләшмәһе етәксеһе булып тора. Коллегалары, йәш уҡытыусылар менән тәжрибә уртаҡлаша, уның район семинарҙарындағы сығыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сығарылыш уҡыусылары йыш ҡына яратҡан уҡытыусыларының юлын һайлай. Быйыл, мәҫәлән, Диана Ислам- ғолова БДУ-ның Бөрө филиалы филология факультетына уҡырға ингән. Өлгөлө педагог – ғаиләһендә хәстәрлекле әсәй һәм уңған хужабикә. Вәлиәхмәтовтар ике бала тәрбиәләй. Улдары Эмиль Урал академияһын тамамлап, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығында хеҙмәт юлын башлаған. Ҡыҙҙары Ләйсән өсөнсө класта белем ала, уҡыу алдынғыһы булып тора, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ирина Фәйзелғаян ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай, йырларға ярата, уның моңло тауышы тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. “Халыҡ йырҙарын яратыуым эшемдә лә ярҙамға килә, дәрестәрҙә балалар менән йырлайбыҙ. Йыр-моң аша уларға рухи тәрбиә бирергә тырышам,” – ти уҡытыусы.