Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2018, 16:23

ЯҠТАШЫБЫҘ ТУРАҺЫНДА ФИЛЬМ

Ибрай ауылында тыуып үҫкән билдәле ғалим Рәғиб Ғимаев тураһында фильм төшөрөлә.

Ибрай ауылында тыуып үҫкән билдәле ғалим Рәғиб Ғимаев тураһында
фильм төшөрөлә
РФ Президентының
Башҡортостандың барлыҡҡа
килеүенең 100 йыллығын
байрам итеү тураһында Указын
үтәү йөҙөнән “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы
дәүләт унитар предприятиеһы
“Башҡортостандың 100
исеме” проектын башлап
ебәрҙе. Дөйөм тауыш биреү
һөҙөмтәһендә төбәк үҫешенә
тос өлөш индергән шәхестәр
исемлеге төҙөлдө. Был
исемлектә беҙҙең яҡташыбыҙ
– совет һәм Рәсәй ғалимы,
техник фәндәр докторы,
профессор, БР Фәндәр
академияһы ағзаһы, Башҡорт
дәүләт университеты ректоры
(1981– 1999 йылдарҙа) Рәғиб
Насретдин улы Ғимаев та
(һүрәттә) бар.
Уның тураһында фильм
төшөрөү райондың бер нисә
ауылында барҙы. Абзай
ауылында каналдың ижади
төркөмө ғалимдың мәктәп
йылдары тураһында материал
әҙерләне.
Артабан ижади төркөм
Рәғиб Насретдин улының
тыуған ауылына – Ибрайға
йүнәлде. Уның тураһында
хәтирәләре менән уртаҡлашырға туғандары, дуҫтары,
класташтары йыйылды.
Үрге Ҡыйғы ауылындағы
тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү
музейында хеҙмәт ветераны
Д. Кирханов менән музей
директоры Р. Мирғәлин үҙ
иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Фильмды төшөрөү дауам
итә.
Читайте нас: