Баҫыуҙа балаларҙы БДАУ-ҙың үҫемлекселек һәм игенселек кафедраһы доценты, ауыл хужалығы фәндәре докторы И. Кузнецов ҡаршы алды һәм гид ролен үтәне. Ул уҡыусыларҙы диләнкәләр буйлап йөрөтөп, һәр культура тураһында ентекле һөйләне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ғалимды иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе. Уларҙы барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы: культураларҙы сәсеү сроктары, ниндәй ашламалар ҡулланылыуы, ни өсөн теге йә иһә был культураның беҙҙең районда үҫтерелмәүе һ.б. Улар барлыҡ һорауҙарына төплө яуап алды. Уҡыусыларҙы бигерәк тә тәжрибә диләнкәләрендәге бейек көнбағыштар хайран ҡалдырҙы. Уларҙы тотоп, кәрзинкәләрен эйеп ҡаранылар. Ҡарабойҙай плантанцияһы менән танышҡан балалар төркөмө эргәһенә килеп, тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынабыҙ. – Бик күп яңы мәғлүмәт алдыҡ. Мәҫәлән, етен һымаҡ культураның беҙҙең районда үҫтерелә алыуын белмәй инек тә, – ти улар. – Агроном булырға теләр инегеҙме? – тип һорайым. – Ҡарарбыҙ, – тип йылмая малайҙарҙың береһе. – Тәүҙә мәктәпте тамамларға кәрәк. Балалар БДАУ-ҙың практикаға килгән студенттары менән дә аралаша алды. Улар ҙа был көндө үҙ уҡытыусылары менән баҫыуҙа ине. Студенттар нисек уҡыуҙары, уҡырға ингәндә ниндәй имтихандар тапшы- рыуҙары тураһында һөйләне. Был экскурсия мәктәп уҡыусылары өсөн яҡшы дәрес булды, улар агрономияның ниндәй фән булыуын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Бәлки, киләсәктә ҡайһыларылыр был һөнәрҙе һайлар һәм ауыл хужалығының дипломлы белгесе булып районда эш башлар.