Балалыҡ осоро һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән ҡыҙ-малайҙарҙың күбеһенә һымаҡ уҡ, Әнисә апайға ла аҙ уҡырға, бик иртә эш башларға тура килә. – Балалығым ауыр ваҡытҡа тура килде, – тип хәтерләй ул. – Ғаиләбеҙ ҙур булғанлыҡтан, ярлы ғына йәшәнек. Бик иртә эш башланым – 13 йәшемдән һыйыр һауҙым. Һөт ризығынан башҡа тормош мөмкин булмаған, һыйыр һәр өйҙөң төп туйындырыусыһы булған осорҙа үҫкәнгәмелер, Ә. Вәлиева хеҙмәт юлын ошо тармаҡҡа бағышлай. Майский ауылы һөтсөлөк фермаһында эшләй. Тәүге әтәстәр ҡысҡырыу менән тороп, фермаға ашығырға, ә кисен ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтырға тура килә. Уларҙың эшендә ял һәм байрам көндәре лә булмай… Колхозда Әнисә Хафиз ҡыҙын эшһөйәрлеге, үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарағаны өсөн ихтирам итәләр. Һәр ваҡыт производство алдынғыһы булып һанала, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған. – Һәр төркөмдә 16–18 һыйыр була торғайны, уларҙы көнөнә өсәр тапҡыр ҡул менән һауыр инек. Үҙебеҙ малдарҙы ашата, арандарҙы таҙарта, быҙауҙарҙы ҡарай торғайныҡ. Иртәнән кискә тиклем арыу-талыу белмәй эшләнек. Һөт үткәргес ҡуйылғас ҡына бер ни тиклем еңел булып ҡалды, – тип хәтергә ала ул уҙған йылдарын. Тормош иптәше Рәис Солтан улы ла бик эшһөйәр кеше була, үҙ-ара аңлашып, татыу ғүмер кисерәләр. Үкенескә ҡаршы, тормош юлдашы яҡты донъянан ваҡытһыҙ китеп бара. Бөгөн Әнисә Хафиз ҡыҙы Солтан ауылында үҙҙәре һалып ингән йортта ғүмер итә. Кандаковка ауылында йәшәүсе ҡыҙы Әлфиә менән кейәүе Илгизәр йыш килеп, ярҙам итеп тора. Әнисә Хафиз ҡыҙын башҡа балалары ла онотмай, улар бергәләшеп йыйылғанда, өй эсе нурға күмелә. Хеҙмәт ветераны иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсаһында эшләй, төрлө йәшелсәләр үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа һәр төр ҡайнатмалар, тоҙламалар әҙерләй, яҡындарын һыйлай. Ауылда эшһеҙ ултырырға ярамай, тип иҫәпләй ул. Әнисә Хафиз ҡыҙы ҡул эшенә лә оҫта. Балалары һәм ейәндәре өсөн сағыу төҫтәрҙә ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, шарфтар, мебель өсөн япмалар бәйләй. Ҡыҫҡаһы, ветеран бөгөн дә һәр көнөн файҙалы хеҙмәт менән үткәрергә тырыша.