Башланғыс мәктәп “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында яңыртылған. Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе капиталь ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға конкурста шәхси эшҡыуар Е. Худяков (Мәләүез ҡалаһы) еңеп сыҡҡан. Республика бюджетынан 222,2 мең һум субсидия бүленгән. Мәктәптең күркәмләнеүенә шулай уҡ педагогтар, техник персонал, ата-әсәләр тос өлөш индергән. Был аҙнала мәктәптә тантаналы линейка үтте. Коллективты ҡотларға һәм “Реаль эштәр” проектын бойомға ашырырға ярҙамлашҡандары өсөн рәхмәт белдерергә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе В. Сәйфуллин, партияның урындағы бүлексәһе секретары А. Ғәйфуллин, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе директоры Н. Богданова килде. Ремонт эштәрендә айырылып торған А. Басирова, Ф. Ғилманова, Э. Зәбихуллина, Г. Фәтҡуллина, Г. Ямалов- тарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р. Ғарипов исеменән бүләк сифатында уҡыусыларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, балалар баҡсаһы өсөн уйынсыҡтар тапшырылды.