Сентябрь ағастарҙан алтын япраҡтарҙы ҡоя, ел уларҙы урамдар буйлап тарата. Ҡояш ҡарап, ерҙе йылыта. Шуға ла иртәнән өмәгә ашығыусыларҙың күңелдәре күтәренке ине. Акцияла ҡатнашыусылар эшкә дәррәү тотондо. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө учреждениелар территориялары, шулай уҡ Үрге Ҡыйғы ауылы Еңеү паркы таҙартылды. Мәҙәниәт һәм ял паркында район хакимиәте, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре эшләне, улар иҫке ағастарҙы бысыу һәм сығарыу менән шөғөлләнде. Был көндө айырыуса мәктәп уҡыусылары ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Ә район ветерандар Советы ағзалары һәм йәштәр бүлеге быуа ярҙарын тәртипкә килтерҙе. “Беҙ бында даими рәүештә таҙартыу эштәре башҡарһаҡ та, сүп-сар кәмемәй. Быуа ярҙарын әҙәпһеҙ ял итеүселәр һәм балыҡсылар бысрата. Һыуҙы һәм ярҙы сүп-сар менән тултырып, экологик катастрофаны яҡынайтыуыбыҙҙы барыһы ла аңлап еткермәй,” – ти йәмәғәтселәр, сираттағы ҡапсыҡты тултырып. Быуа эргәһендәге контейнер тиҙ арала пластик ҡалдыҡтар менән тулды. Уның эргәһендә ҡапсыҡтарҙан ҙур өйөм хасил булды. Уларҙы трактор ярҙамында сығарып түктеләр. “Өмәнән һуң район урамдары таҙарып ҡалды, яҡтырып, киңәйеп киткәндәй булды,” – ти акцияла ҡатнашыусылар. Сараға йомғаҡты БР Экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты әйҙәүсе белгес-эксперты А. Емалетдинов яһаны. “Бөтә Рәсәй экологик өмәһендә беҙҙең районда 862 кеше ҡатнашты. Бөтәһе 9,5 тонна сүп-сар йыйып сығарылды,” – тип хәбәр итте ул.