Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2018, 14:14

УНЫҢ ҠУЛЫНДА ЕПТӘР ҘӘ УЙНАЙ

Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүсе Рита Вәрис ҡыҙы Ғәниева оҫта ашнаҡсы ғына түгел, ҡул эштәренә лә үтә лә маһир. Ул төрлө әйберҙәр тегә, бәйләм дә бәйләй, сигеү ҙә сигә.

Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүсе Рита Вәрис ҡыҙы Ғәниева оҫта ашнаҡсы ғына түгел, ҡул эштәренә лә үтә лә маһир. Ул төрлө әйберҙәр тегә, бәйләм дә бәйләй, сигеү ҙә сигә.

Рита Вәрис ҡыҙы Арыҫлан ауылында тыуып үҫә, ә Иҫке Мөхәмәт ауылына килен булып төшөргә насип була. Бында уның күркәм йорто, яҡындары һәм дуҫтары, яратҡан эше. Балалар баҡсаларында ашнаҡсыларҙың хеҙмәте ҙур роль уйнай. Балалар өсөн тәмле һәм туҡлыҡлы аш-һыу әҙерләү ҙур оҫталыҡ талап итә. Һәр кемгә билдәле: тәмле булмаһа, балаларҙың баш тартырын көт тә тор. Рита Вәрис ҡыҙының эш көнө бик иртә башлана. Иртәнге ашты ваҡытында әҙерләп өлгөртөргә кәрәк. Әле көн яҡтырмаған да була, ә ашханала уттар ҡабына. Әйткәндәй, бында яҡты һәм таҙа, һәр нәмә үҙ урынында, дауаханалағы кеүек, стериль шарттар булдырылған, тип әйтергә мөмкин. Ишек артында балаларҙың тауыштары ишетелеүгә ашнаҡсының аш-һыуы бешеп тә етә. Көн оҙоно ҡыҙыу плита эргәһендә аяҡ өҫтө торорға тура килһә лә, Р. Ғәниева зарланмай, үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара. Бер нисә тапҡыр мәғариф бүлегенең һәм район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙ- ҙарына лайыҡ булған. Буш ваҡытында төрлө әйберҙәр тегә, бәйләм бәйләй. Ваҡытында Златоуст һөнәр- селек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштергән. Уның ҡулында теләһә ниндәй туҡыма иҫ киткес матур әйбергә әүерелә. Мәҙәниәт хеҙмәт- кәрҙәре өсөн сәхнә костюм- дары, заказ буйынса теләһә ниндәй әйбер тегә ала. – Тегенеү – минең яратҡан шөғөлөм, – ти Рита Вәрис ҡыҙы. – Ул күңелемә тыныслыҡ бирә. Ә һөҙөмтә минең үҙемде генә түгел, тирә- яҡтағыларҙы ла шатландыра. Ауылда йәшәүсе башҡа ғаиләләр кеүек үк, Ғәниевтәр хужалыҡ тота: мал аҫрай, төрлө йәшелсәләр үҫтерә. Эшһөйәр хужалар көн һайын бал ҡорттары һымаҡ тырыша. Йәйге осорҙа тәбиғәт муллыҡтарын: емеш-еләк, бәшмәк йыялар. Тормош иптәше Биктимер Радмил улы вахта ысулы менән Өфө ҡалаһында эшләй, ул – “Техстройснаб” водителе. Ғәниевтәрҙең төп байлығы – яратҡан балалары. Ҡыҙҙары Алина Златоуст ҡалаһында йәшәй, ата-әсәһенә ике ейән бүләк иткән инде. Улдары Фәдис М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында филолог һөнәрен үҙләштерә. Рита һәм Биктимер Ғәниевтәр ауылда ғаилә ҡороп, матур һәм лайыҡлы ғүмер кисерә, бер эштән дә ҡурҡып тормай.
Н. Тәүәбилов.
Автор фотоһы.

.
Читайте нас: