Был көндәрҙә райондың мәктәпкәсә учреждениелары тәрбиәселәре исеменә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелә. Үрге Ҡыйғы ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре иртәнән кискә тиклем балаларға ата-әсәләрен алмаштыра, һөйөү-иғтибар өләшә. Ата-әсәләр уларҙың көндәлек ауыр хеҙмәтен ихтирам итә, айырыуса тәрбиәсе Эльмира Хәкимйәнова тураһында бик күп йылы һүҙҙәр ишетергә мөмкин.
Эльмира Валерий ҡыҙының балалар менән эшләү тәжрибәһе 13 йыл. Кескәй сағында үҙе лә ошо балалар баҡсаһына йөрөгән, һуңынан өс балаһы ошонда тәрбиәләнә. Йәнә лә апаһы Эльвира Валерий ҡыҙы бында шәфҡәт туташы булып эшләй. “Тәүҙә бала ҡараусы булып урынлашҡайным, 2012 йылда Өфө ҡалаһында педагогия колледжын тамамлағас, тәрбиәсе булып күстем. Быйыл яҙ үҙемдең тәүге төркөмөмдө мәктәпкә оҙаттым. Көҙөн йәнә 1,5–2,5 йәштәрҙәге 15 баланы ҡабул иттем. Иң кескәй Алисаға 1,5 йәш. Ул беҙҙә икенсе көн генә әле. Ағаһы Рузаль да бында тәрбиәләнгәйне, быйыл 1-се класҡа барҙы. Минең өсөн яңы төркөм – яңы шатлыҡтар ҙа, яңы тулҡынланыуҙар ҙа, һәр бала өсөн яңы яуаплылыҡ та. Әле бәләкәй булһалар ҙа, уларҙың һәр ҡайһыһы шәхес,” – ти тәрбиәсе. Өлкән ҡыҙ-малайҙары балалар баҡсаһы менән хушлашҡас, ата- әсәләрҙең кеселәрен дә ошонда йөрөтөргә теләүҙәре балалар баҡсаһының ҙур ышаныс һәм ихтирам уятыуы тураһында һөйләй. “Эльмира Валерий ҡыҙы – инициативалы, ижади эшләүсе педагог, үҙ хеҙмәтендә инновацион алымдарҙы файҙалана, юғары квалификацион категорияға эйә, район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша. 2015 йылда “Йыл тәрбиәсеһе” район конкурсында өсөнсө урын алды, ә 2017 йылда уның тәрбиәләнеүселәре “Мин Башҡортостанды яратам” район конкур- сында беренсе урын яуланы. Улар шулай уҡ “Экобалалыҡ” республика конкурсында һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Эльмира Хәкимйәнова тыныс тәбиғәтле, яғымлы, балаларҙы бик ярата, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белә. Улары, үҙ сиратында, тәрбиәсегә ярҙамлаша, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша,” – тип һөйләй коллегалары Г. Ғибатова менән З. Ғәйфуллина. Э. Хәкимйәнова тәрбиәсе Зөлфиә Санакул ҡыҙын үҙенең остазы тип иҫәпләй. “Унан күп нәмәгә өйрәндем. Уның балалар менән нисек эшләүе оҡшай. Беҙҙең һөнәребеҙ шундай – һәр көн нимәгәлер өйрәнергә, ыңғай тәжрибәне үҙләштерергә кәрәк,” – тип уртаҡлаша Эльвира Валерий ҡыҙы. Хеҙмәт һөйөүсәнлек унда бәләкәйҙән килә, ата-әсәһе көн оҙоно эштә булғанлыҡтан, ғаиләлә үҙ аллы булып үҫәләр. Бөгөн тормош иптәше Руслан Риф улы менән үҙҙәре балалар тәрбиәләйҙәр, уларҙы эшһөйәр, маҡсатлы итеп үҫтерергә тырышалар. “Тәрбиәләнеүселәрҙең бәхетле күҙҙәрен күреү – икеләтә шатлыҡ,” – тип иҫәпләй педагог.