Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2018, 15:46

БЕҘҘЕҢ АҒИНӘЙЕБЕҘ

Миңлегөл Һаҙый ҡыҙы Сабирова сығышы менән Йосоп ауылынан. Ул 1925 йылдың апрелендә, тәбиғәт уянған матур мәлдә донъяға килә.

Миңлегөл Һаҙый ҡыҙы Сабирова сығышы менән Йосоп ауылынан. Ул 1925 йылдың апрелендә, тәбиғәт уянған матур мәлдә донъяға килә. Ауыл мәктәбен тамамлай. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергә уға ла күп ауырлыҡтар кисерергә: урманда ағас киҫергә, торф сығарырға тура килә.

1952 йылда Мәсәк ауылы егете Сөнәғәт Сабиров менән яҙмышын бәйләп, беҙҙең ауылға килен булып төшә. Күп тә үтмәй, Сөнәғәт Әсҡәҙулла улын хәрби хеҙмәткә алалар. Өс йыл ярым десантсы булып хеҙмәт итә. Миңлегөл апай улы Салауат менән уны түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Әйләнеп ҡайтҡас, ғаилә башлығы тыуған колхозында механизатор булып эшләй. Ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылған заманда Миңлегөл апай ҙа һис ҡасан тик тормай. Дөйөм хужалыҡта утау, бесән сабыу, келәттә иген елгәреү эштәрендә ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта балалары тураһында хәстәрлек күрә, ауыр эштән һуң кистәрен уларға йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, әйберҙәр тегә. Үкенескә ҡаршы, Сөнәғәт Әсҡәҙулла улы 1995 йылда баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Бөгөн Миңлегөл Һаҙый ҡыҙы төпсөк улы Сибәғәт менән килене Әлмирә эргәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Был ғаилә Мәсәк ауылында иң өлгөлөләрҙән һанала. Миңлегөл инәй 94-се йәше менән бара. Ауылыбыҙҙың иң оло инәйе ул. “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, бик күп юбилей миҙалдары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ауылдаштары уны сикһеҙ ихтирам итә, байрам уңайынан ҡотларға онотмай.
Ф. Сәитова,
хеҙмәт ветераны.

Читайте нас: