Фруза Сәмиғулла ҡыҙы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫә. Уға өс йәш булғанда, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы – хәрби летчик Смоленск ҡалаһы эргәһендә батырҙарса һәләк була. Әсәһе дүрт бала менән яңғыҙ ҡалһа ла, ауырлыҡтарға зарланмайынса, тормош йөгөн сабыр тарта. Балалары уға ярҙам итеү маҡсатында тиҙерәк эш башларға ашыға. Фруза 4-се кластан һуң һарыҡ фермаһына урынлаша. “Беҙҙең әсәйебеҙ бик иртә донъя ҡуйҙы, ауыр хеҙмәт һәм сир уны аяҡтан йыҡты. Мәсәк ауылында йәшәүсе әбейебеҙ беҙҙе үҙ тәрбиәһенә алды. Урындағы һарыҡ фермаһында эшләүемде дауам иттем. Ошонда уҡ эшһөйәр һәм һәләтле егет – Ғәлимйән Ғималетдин улы менән таныштым. 61 йыл элек өйләнештек. Ул ваҡытта ирем ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында белем ала ине, тиҙҙән уны Абзай урта мәктәбенә эшкә саҡырҙылар. Беҙ бында күсеп килдек һәм оя ҡорҙоҡ,” – тип хәтерләй ветеран. Изге күңелле, эшһөйәр, сабыр холоҡло ҡатынды яңы ауылдаштары тиҙ арала яҡын итә. Тәүҙә Фруза Сәмиғулла ҡыҙы сусҡа фермаһында, һуңыраҡ һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй. “Ул заманда ҡул менән 20-шәр һыйыр һауыр инек, йыш ҡына башҡа һауынсыларҙы ла алмаштырырға тура килде. Балаларым ярҙамлаша торғайны, ҡайһыһы мал аҙығы таратыр, ҡайһыһы һыйыр һауышыр ине. Йылына һәр һыйырҙан 3 меңдән ашыу литр һөт һауыуға өлгәштем. Орден-миҙалдарға лайыҡ булыуымда балаларымдың да хеҙмәт өлөшө бар. Кесе балаларымды ҡәйнәм Сәмсихаят ҡарашты. Уның менән бер ҡыйыҡ аҫтында 34 йыл татыу ғүмер иттек,” – тип һөйләй хеҙмәт ветераны. Камаловтар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Фруза Сәмиғулла ҡыҙы I һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалдарына лайыҡ булған. Үҙ өйөндә өлгөр хужабикә, хәстәрлекле әсә, уңған килен булһа, эшендә производство алдынғыһы, социалистик ярыш еңеүсеһе, коммунистик хеҙмәт ударнигы булып таныла. Яуаплы һәм өлгөр ҡатынды ауылдаштары ауыл һәм район Советтарына депутат итеп тә һайлай. Тормош иптәше Ғәлимйән Ғималетдин улы менән йорт һалып инәләр, барлыҡ тормош ауырлыҡтарын бергәләп еңәләр. Ире илһамлы кеше була, яҡын кешеләренә, туғандарына арнап шиғырҙар яҙа. “Беҙ 51 йыл бергә ғүмер иттек. Ун йыл элек беҙҙе ҡалдырып китеп барҙы,” – ти юҡһыныу менән Фруза апай. 80 йәшендә лә теремек, көр күңелле булып ҡала ул. Ҡош-ҡорт ҡарай, йылы әйберҙәр бәйләй. Хужалыҡ эштәрендә уға Винер ағай ярҙамлаша. Изге күңелле һәм эшсән был кеше тормошта терәк-таянысы булып тора. Күршелә генә Фруза апайҙың өлкән улы Закирйән донъя ҡорған. Ата- әсәһе кеүек, ул да эшһөйәр, кешелекле һәм изге күңелле. “Нисек кенә тырышһам да, барыбер ҡәйнәм кеүек һәр нәмәгә өлгөрә алмайым. Ул әле лә емеш-еләк, бәшмәк йыйырға йөрөй, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләй, йәшелсә тоҙлай. Ул беҙҙең төп кәңәшсебеҙ, ярҙамсыбыҙ булып тора, күңелдәребеҙгә йылы һәм нур өҫтәүсе ҡояш кеүек,” – ти ҡәйнәһе тураһында Лариса Рәис ҡыҙы. Хеҙмәт ветеранының 13 ейәне һәм 13 бүләһе бар. Яғымлы өләсәй уларҙың һәр ҡайһыһына күңел йылыһын, яҡшы кәңәштәрен бирергә тырыша. “Намыҫ менән йәшәгеҙ, хеҙмәт яратығыҙ,” – ти ул.