Ветерандар участкала профнастил менән уратып алып, түтәлдәр яһаған, уларҙа күп төрлө йәшелсәләр үҫтерәләр. Һуғанды йыйып алыу менән, йәшел ашлама булараҡ, гәрсис, һарымһаҡтан һуң шулай уҡ сидераль культура сәскәндәр. “Башҡа культураларҙы йыйып алыу менән дә ошолай итәсәкбеҙ,” – ти һәүәҫкәр йәшел- сәселәр. Шәрәфетдиновтар “икенсе икмәкте” үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. “Картуф баҡсаһы 0,03 гектар биләй. Быйыл ете биҙрә ултыртып, 130 биҙрә йыйып алдыҡ. Силәбе өлкәһенән “Розара”, “Импала”, “люкс” сорттарын яҙҙырып алғайныҡ. Беҙ картуфты шаҡмаҡ ояларға ултыртабыҙ, олатайым да ошолай итә торғайны. Был осраҡта тупраҡ дүрт яҡтан яҡшылап йомшартыла, сүп үләндәренә, ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәшеү еңелерәк,” – тип һөйләй Риф Фәррәх улы. Кәбеҫтә түтәлдәрендә ҙур-ҙур күсәндәр күренә, “Мегатон” сорты үҙен аҡлаған. Эшһөйәр ғаилә бал ҡорттары ла тота. Күберәк уҡырға, йәшелсә һәм емеш- еләк үҫтереүҙең яңы технологияларын өйрәнергә тырышалар. Улар ағыулы химикаттар һәм башҡа химия саралары ҡулланылмаған органик игенселекте үҙ итә. Участкала ике теплица бар. Бында “Изабелла” сортлы виноград та үҫә. Бына өсөнсө йыл инде ул яҡшы ғына уңыш бирә, арыраҡ томаттар алланып бешә. Ағастар һәм сәскәләр эргәһендә беседка ҡуйылған, таҙа һыулы фонтан бар. Шәрәфетдиновтарҙың ете йәшлек ейәне Артур ҙур ихласлыҡ менән беҙгә балыҡлы кескәй быуаны күрһәтә. Малай ошонда ҡармаҡ менән балыҡ тоторға ярата икән. Участкалағы сәскәләрҙе һанап бөтөрлөк тә түгел: ҙур-ҙур клематистар, һоҡланғыс гортензиялар, серле амаранталар… Һәр ерҙә эшһөйәр хужаларҙың тырышлығы күренә. Шәрәфетдиновтар дуҫтарына, яҡындарына һәм туғандарына, башҡа йәшелсәселәргә ярҙамлаша. “Тәжрибә уртаҡлашыу һәм кешеләр менән аралашыу өсөн ҙур булмаған сауҙа нөктәһе астыҡ. Һатып алыусыларға үҙебеҙ өҫтөнлөк биргән йәшелсә һәм сәскә орлоҡтарын тәҡдим итәбеҙ. Улар барыһы ла Көньяҡ Урал селекцияһынан,” – тип һөйләй Рәсимә Рәшит ҡыҙы. Бына ошолай ең һыҙғанып эшләп, татыу ғүмер кисерә беҙҙең ветерандар. Улар өсөн хеҙмәт тә, тормош үҙе лә шатлыҡ ҡына бирә.