Туғыҙ баллыҡ ҡот осҡос ер тетрәүенән һуң Ташкент ҡалаһы бик ныҡ емерелгән була. Туғандаш халыҡҡа ярҙамға бөтә ил ашыға. Дөйөм көс менән респуб- ликаны тергеҙеүгә тотона- лар. Ринат Таһир улын СССР- ҙың 50 йыллығы исемендәге Ташкент тракторҙар заводын тергеҙеүгә йүнәлтәләр. Артабан унда преслау цехында штамповкалаусы булып эшкә ҡала. 1972 йылда Р. Нурмөхәмәтов Ташкент машиналар төҙөү техникумының киске бүлексәһенә техник-технолог һөнәре буйынса уҡырға инә. Көндөҙ заводта эшләй. Завод МТЗ базаһында мамыҡ йыйыу тракторҙары һәм тағылмалары сығара. Унда 15 меңдән ашыу кеше тир түгә. Йәш белгестең ҡатыны Гүзәл дә ошо уҡ заводта диспетчер булып эшләй. Ринат Таһир улы, техникумды тамамлағас, участка мастеры итеп тәғә- йенләнә һәм преслау цехы участкаһы начальнигы вазифаһына үрләй. Уның етәкселегендә металл эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе 350 кеше була. 1982 йылдың 23 мартында КПСС-тың Үҙәк комитеты Генераль секретары Л.И. Брежневтың заводҡа килеүе тураһында Ринат Таһир улы ҙур ихласлыҡ менән һөйләй. Ил башлығының сәфәре Үзбәк ССР-на Ленин ордены тапшырылыуы менән бәйле була. Р. Нурмөхәмәтов СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе көмөш миҙалына лайыҡ булған. 1986 йылда уның тураһында “Тракторостроитель” завод гәзите яҙып сыға. Производство алдынғыһы булараҡ, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән. Төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм берҙәм эшләй. 1999 йылда Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Улдары Ранис – Хәрби-һауа көстәре майоры, Брянск өлкәһендә хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Алина Екатеринбург ҡалаһында Һаҡлыҡ банкыһы системаһында эшләй. Ринат Таһир улы үҙе бөгөн йәмәғәт эштәре менән мәшғүл. Һайлау кампанияларында ҡатнаша. 2018 йылда һайлау комиссияһы участкаһы секретары итеп билдәләнде. Ул бөтә ғүмерен үҙ халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған.